Тәүәккәл, талапсан, ҡыйыу, яуаплы кешеләр барыбер юлын табып, маҡсатына өлгәшә. Белореттан Гөлгөнә Бадалова ла – шундай ныҡыш, көслө рухлы ҡатындарҙың береһе. Заманса фекер йөрөткән, шәхси эшен уңышлы алып барған тырыш, сәмле эшҡыуарҙың “Бадалов продукты” бренды аҫтында етештергән ит ризыҡтары, ярымфабрикаттары районда ғына түгел, Өфө кәштәләрендә лә урын алған.
Әлбиттә, был шөғөлгә тотонғансы, Гөлгөнә Мөхәмәтйәр ҡыҙы үҙен эшҡыуарлыҡтың төрлө тармаҡтарында һынап ҡарай: фатир ҙа ремонтлай, баҙарҙа кейем дә һата, ауыл хужалығында ла көсөн һынай. Шулай уҡ шәхси хужалыҡтарҙан мал һатып алып, Белорет ҡалаһының Үҙәк баҙарында сауҙа итә. Тора-бара баҙарҙа үҙенең сауҙа нөктәһен аса, мал йыйыу буйынса ла даими бәйләнештәр булдыра.
Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәм тигән кеше һәр аҙымын алдан уйлап баҫырға тейеш. Ит һатыу менән генә әллә ни алға китеп булмаҫын аңлаған Гөлгөнә Мөхәмәтйәр ҡыҙы тултырма, ҡаҙылыҡ кеүек ит ризыҡтары әҙерләп, һатыуға сығарып ҡарарға баҙнат итә. Һәм яңылышмай, милли ризыҡтарыбыҙға ихтыяж ҙур. Ул эшен тағы ла киңәйтеп, ҡаланың Үҙәк баҙарының бер бүлмәһендә иттән ярымфабрикаттар етештереү цехы аса. Улар етештергән “Мосолман”, “Себер”, “Ҡабымлыҡ”, “Буйҙаҡтар”, сало-картуф, кәбеҫтә билмәндәре, ҡаҙылыҡ, тултырма, манты, кәтлит, фрикаделька, хинкали, голубцы, тултырылған борос һәм башҡа төр ит ризыҡтарын халыҡ яратып һатып ала. Уның эшмәкәрлеге ҡала янындағы ауылдар өсөн дә отошло, сөнки улар эшҡыуарҙы ит менән тәьмин итә.
Цех махсус заказдар буйынса ла эшләй. “Бадалов продукты” исеме аҫтында етештерелгән ярымфабрикаттар Белоретта ғына түгел, Өфөнөң “Родное село” сауҙа нөктәләренә лә һатыуға сығарыла. Предприятие күрше Әбйәлил, Бөрйән райондары сауҙа нөктәләре менән дә хеҙмәттәшлек итә, шулай уҡ республиканың башҡа райондарын һәм ҡалаларын сифатлы ризыҡ менән тәьмин итергә әҙер.
Гөлгөнә Бадалова бөгөнгө көн менән генә йәшәргә өйрәнмәгән, шуға ла эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә арналған сараларҙа, семинарҙарҙа уны йыш күрергә мөмкин. Ҡатындың киләсәктә ошо йүнәлештә етештереү эшен үҫтереү буйынса хыялдары ҙур. Тынғыһыҙ ханымды бер урында осратырмын тимә, әле етештереү цехында булһа, бер нисә минуттан һатыу кибетендә йүгереп йөрөй йә автомобилгә ултырып, хужалыҡ эштәрен көйләргә сығып китә. Күрше райондарға заказдар ташырға ла үҙе өлгөрә.
Эшҡыуарлыҡ кешенең ҡанында булалыр ул. Гөлгөнә ханымдың эшмәкәрлегенә ҡарайым да шундай уй тыуа. Уның Белорет ҡалаһының Үҙәк баҙарының өсөнсө ҡатында кафе асырға батырсылыҡ итеүе лә ошо хаҡта һөйләй. Унда ит ризыҡтарын тәмләп ҡарарға ла, һатып алырға ла мөмкин. Туҡланыу, аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеү ҙур яуаплылыҡ талап итә, шуға ла һәр саҡ уяу булырға кәрәк. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Гөлгөнә Бадалова эштә лә, өйөндә лә өлгөрә. Тормош иптәше Вилгә наҙлы ҡатын, улдары Йәркәй менән Ислам өсөн йән атып торған әсәй ул.
Ҡасандыр ҡатын-ҡыҙҙар йорт хужабикәһе булып, бала тәрбиәләү менән шөғөлләнһә, бөгөн иһә ҡыйыу рәүештә донъя мәшәҡәттәрен иңенә алып, ҙур эштәргә тотоноуҙан да ҡурҡмай. Гөлгөнә ханымдың да әле яулайһы үрҙәре алда әле, нәҡ ошондай уңған гүзәл заттарыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙың ни тиклем көслө заттан булыуын сағылдыра.
Мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күр, тигәндәй, һеҙгә уны тәмләп ҡарарға тәҡдим итәбеҙ. Предприятие менән хеҙмәттәшлек итергә һәм тәҡдимдәр индерергә теләһәгеҙ, 8-906-103-96-47, 8-965-655-68-68 телефондарына шылтыратығыҙ,
badalova-pel@yandex.ru электрон почтаһына яҙығыҙ.