Эшҡыуар
12 Марта 2020, 13:00

Эшҡыуарҙар менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Төбәк Башлығы республика гранттарына дәғүә иткән ойошмаларға талаптарҙы йомшартырға, социаль йүнәлештәге эшҡыуарҙарға ябайлаштырылған система буйынса һалым ставкаһын түбәнәйтеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.

Бөгөн Стәрлетамаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров ҡалалағы эшҡыуарлыҡ берләшмәһе менән осрашты. Көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыуҙа 120-нән ашыу бәләкәй һәм урта бизнес вәкиле ҡатнашты.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, былтыр йүнселдәргә ярҙам күрһәтеүгә бөтә кимәлдәге бюджеттарҙан 1,2 миллиард һум самаһы аҡса бүленгән, артабан уның күләме тағы ла арттырыласаҡ. Бизнес башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн “эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәре үткәрелә, бизнес-шерифтар институты ойошторолған.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе, эшҡыуарлыҡ үҫешенә ҡамасаулаған проблемаларҙы, өҫтәмә дәүләт ярҙамы сараларын тикшерҙе. Мәҫәлән, эшҡыуарҙарға “Минең бизнесым” офистары етешмәй. Улар әлегә бөтә муниципалитеттарҙа ла асылмаған. Шулай уҡ социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре күтәрелде.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, был йүнәлеш буйынса республика Рәсәйҙә алдынғы төбәктәрҙең береһен тәшкил итә. Төбәк Башлығы республика гранттарына дәғүә иткән ойошмаларға талаптарҙы йомшартырға, социаль йүнәлештәге эшҡыуарҙарға ябайлаштырылған система буйынса һалым ставкаһын түбәнәйтеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Шәхси медицина үҙәктәрендә кадрҙарға ҡытлыҡ тураһында ла һөйләштеләр.
Байтаҡ мәсьәләләр урындағы аҙыҡ-түлек етештереүселәргә ярҙам күрһәтеүгә ҡағылды. Республика Башлығы уларға аграрийҙар файҙаланған ташламаларҙы бирергә, еңел сәнәғәттә тормошҡа ашырылған сараларҙы ҡулланырға тәҡдим итте.
Осрашыуҙа конкурстарҙа ҡатнашыу, ер бүлеү, күсемһеҙ милекте ҡуртымға алыу, ҡала киңлектәрен яңыртыуҙа бизнестың ҡатнашыуы һәм башҡа темалар күтәрелде.
– Эшҡыуарҙар менән күптән ашыҡмайынса, асыҡтан-асыҡ һөйләшергә теләгәйнем. Бөтә тәҡдимдәрҙе контролгә алып, улар буйынса эш башлаясаҡбыҙ. Эшҡыуарҙар – талапсан халыҡ, беҙҙең иҡтисад тап уларға таяна, шуға күрә һәр береһенә ярҙам итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас