Эшҡыуар
13 Марта 2020, 08:10

Бындай ғаиләләр барында ауыл йәшәр!

“Фазылдың һарыҡтары әфлисун һәм виноград ашағанға көр”, – ти төмәнәктәр.

Эшҡыуар Фазыл Сабир улының ихатаһына килеп инеү менән урамды тултырып ултырған тағылмалы арбаға күҙ төштө. Ҡап-ҡап әфлисун, виноград, алма, кишер, кәбеҫтә һәм башҡа аҙыҡ-түлектең һыуыҡта торғаны бер аҙ аптыратты. “Тышта йылы булһа ла, май айы түгел әле, өшөмәйме икән был еләк-емеш?” – тигәнгә эшҡыуар уйынлы-ысынлы “һарыҡтарға күстәнәс бит ул” тип беҙҙе тағы ғәжәпләндерҙе. Республика хужалыҡтарын арҡыры-буй йөрөп сығып, бындай витаминдар менән туйынған һарыҡтарҙы күргән юҡ ине әле.
Баҡһаң, эшҡыуар ҡала магазинында срогы сыҡҡан, тыш­ҡы йөҙө йәмһеҙләнеп боҙола башлаған, ашау өсөн яраҡһыҙға әйләнгән йәшелсә, еләк-емеште, сүплеккә ырғытмаҫ элек ки­лешеү нигеҙендә барып алып, һарыҡтарына ашата икән. “Һарыҡ – талымһыҙ мал, йә­шелсә, еләк-емеште рәхәтләнеп ашай, бесән һәр саҡ алдарында, ашлыҡ та етерлек, ә витаминдар – десертҡа”, – тип шаярта йор һүҙле Фазыл Ғәлимов.
Туҡһанынсы йылдарҙа крәҫ­тиән хужалығы булып теркәл­гән предприятие тора-бара Ғәлимовтың крәҫтиән (фермер) хужалығына әүерелә. Тәүҙә ауыл хужалығы эштәрен 17 гектар майҙанда башлап ебәрә Фазыл Сабир улы. Әлеге көндә эш­ҡыуарҙың ашлыҡ, бесән сәсеп үҫтерер өсөн 240 гектар ере бар.
– Элек ауылда фермалар бай­таҡ ине, яйлап мал-тыуар һаны кәмей башланы, һарыҡсылыҡ бөттө. Йән көйә бит… Тәүәккәл­ләргә булдым, кредит алып, һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү ниәте еңде. 2006 йылда ең һыҙ­ғанып эшкә тотондом, Дүртөй­лө­нән йөҙ баш һарыҡ алып ҡайттым, ферма төҙөй башланым. 10 миллион һумға иҫәп­ләнгән бизнес-план эшләп, грант алыу өсөн тырыштым. Ниһайәт, 5 миллион 700 мең һумлыҡ грантты яулап, һарыҡтар һанын арттырҙыҡ, ҡураларҙы ремонт­ланыҡ, – ти Фазыл Сабир улы.
– Аҙбарҙа эркелеп йөрөгән “Куй­бышев” тоҡомло һарыҡ­тар­ҙың һаны 600 баштан ашҡан хәҙер. Был хәтлем малды нисә кеше тәрбиәләп, ашатып-эсереп өлгөрә икән?
– Ферманың бөтә эше, мал ҡа­рау мәшәҡәттәре – бер ке­шенең өҫтөндә, – ти эшҡыуар. – Беҙҙә халыҡ һарыҡсылыҡты ниңәлер өнәп етмәй, шуға күрә Үзбәкстандан эш эҙләп килгән ирҙе алдыҡ. Ғаиләһе менән беҙҙә йәшәй, тыуған яғына йыш ҡына ҡайтҡылай. Бына әле лә ул Үзбәкстанда, оҙаҡламай килергә тейеш. Беҙҙә аҡса эшләп, үҙҙәрендә ике улына ла туй яһап өйләндерҙе. Уға әйтеп, өйрәтеп тороу ҙа, контролдә тотоу ҙа кәрәкмәй.
Ғәлимовтар кеүек 600 баш һарыҡ аҫраған ҙур хужалыҡтар районда юҡ та. “Ә ни өсөн һа­рыҡсылыҡ менән шөғөл­ләнеүгә тотондоғоҙ?” – тип, һөт-ит етештереү йүнәлештәренә, ҡы­яр-помидор үҫтереү тарма­ғына өҫтөнлөк биреп, ҙур уңыштарға өлгәшкән туймазы­ларҙы иҫкә төшөрәбеҙ.
– Тырышһаң, ауыл хужалы­ғының бөтә тармағында ла уңышҡа өлгәшеп була, – ти Фазыл Сабир улы. – Миңә кил­гәндә, ғүмер буйы колхозда эшләгән, халыҡтан ауыл хужа­лығы продукттары, шифалы үләндәр, тире, йөн йыйыу менән шөғөлләнгән кешегә, һарыҡсы­лыҡ үтә ҙур хеҙмәт һәм финанс сығымдары талап итмәгән, ҡулдан килерлек эш кеүек тойолдо. Тик һәр нәмәне ваҡы­тында башҡарып өлгөрөү шарт: үҙ мәлендә бесән әҙер­ләргә, машина-трактор стан­цияһы менән килешеү төҙөп, люцернаны саптырырға кәрәк. Быныһын улдарым менән үҙебеҙ ҙә йәһәт кенә башҡарабыҙ. Автомеханик булғас, техника ремонтлау һәм тәртиптә тотоуҙың рәт-сиратын яҡшы беләм. Ике “Беларусь” тракторы, малай­ҙарымда ике “КамАЗ” маши­наһы һәм башҡа техника бар.
Тармаҡ табышлы булмаһа, фермаға юлдар ҙа һалынмаҫ, шишмәлә дүрт быуа быуылып, селбәрәләр ҙә ебәрелмәҫ, ҙур суммалы кредит та ябылмаҫ ине.
– Беренсе ауыр этапты үттек, – ти эшҡыуар. – Хәҙер кредит алмайынса ла эшләрбеҙ тип уйлайым, сөнки база ла, капитал да бар. Ҡорбан байрамдарында халыҡтан заявка күп килә, ике йөҙгә яҡын һарыҡ һатабыҙ.
“Һарыҡ итен яратмайым”, тип танауын сирғандарға эшҡы­уарҙың кәңәше лә бар. “Тәмле, һутлы һарыҡ ите ашағығыҙ кил­һә, яҙын малҡайҙарҙың йөнө ҡырҡылғандан һуң һатып алы­ғыҙ, был осорҙа тир, йөн тәме иттә бөтөнләй һиҙелмәйәсәк”, – ти ул.
Фазыл Сабир улы менән йорт хужаһының хәләл ефете Роза ханымдың иң ҙур ҡаҙанышы, беҙ­ҙеңсә, һәйбәт табыш кил­тергән эшҡыуарлыҡ түгел, ә уң ҡанаттары булған улдары Ғамир менән Илвирҙы үҙаллы шәхес итеп, тормош юлына сыға­ры­уылыр. Береһе – нефтсе, икен­сеһе педагог һөнәрен алған егет­тәр ауылдан ситкә бәхет эҙләп китмәгән, ошо уҡ урамда хан һарайылай ике ҙур заманса йорт һалып, ауылды ҡотҡа күмеп, икешәр бала үҫтереп, ғаиләләре менән йәшәп ята.
Һәр ҡайһыһының үҙ бизнесы, үҙ хәстәре бар: береһе Төмәнәктә магазин асҡан, икенсеһе яҡташ­тарына тимер-бетон ҡулсалар эшләп һата. Эш араһында – атай-әсәйгә ярҙам итеү.
Ғәлимовтарҙың түңәрәк донъяһы, яулап алған бәхеттәре, үҙ-үҙҙәренә ышанысы ғүмерле булһын. Ғөмүмән, төмәнәктәр – егәрле, сәмле халыҡ, беҙ быны йыл әйләнәһенә ҡыяр-помидор үҫтереп, егермеләп һыйыр һауып, умарта тотоп йәшәгән ғаиләләрҙең ҡурсаҡтай йорттарына, бөхтә ихаталарына, тип-тигеҙ юлдарына ҡарап та әйтә алабыҙ.
Читайте нас