Бөтә ил буйынса 300-гә яҡын коворкинг үҙәге теркәлгән, шуларҙың өстән бер өлөшө Мәскәүҙә урынлашҡан. Рәсәй эшҡыуарлығы көнөндә Асҡын ауылында ла “Бизнес-клуб” асылды.
Үҙәктең маҡсаты – балаларға өҫтәмә белем биреүселәргә, эшҡыуарҙарға, ситтән тороп эшләгән хеҙмәткәрҙәргә, программалаусыларға, дизайнсыларға, фрилансерҙарға ташламалы шарттарҙа бүлмә бүлеү, уларҙы Интернет селтәре, Wi-Fi, принтер, күсермә яһау ҡорамалдары, ойоштороу техникаһы менән тәьмин итеү.
Уны ойоштороуға республика ҡаҙнаһынан – 864 мең һум, урындағы ҡаҙнанан 300 мең һум аҡса бүленгән. Бинала төҙөкләндереү эштәре башҡарылған, ҡорамалдар һатып алынған, биш эш урыны булдырылған, конференц-зал, һөйләшеүҙәр, хеҙмәт күрһәтеү бүлмәләре йыһазландырылған. Коворкинг үҙәге йүнселдәргә эш башлау майҙансығы буласаҡ. Бында оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар, семинарҙар үткәреү күҙаллана.
Үҙәкте асыу тантанаһында Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихин, Район эшҡыуарҙары берлеге рәйесе, коворкинг үҙәгенең хужаһы Ришат Ғәлләмов, Һөнәри маркетологтар ассоциацияһы президенты Элина Ғарипова ҡатнашты.
Фото: askino.bashkortostan.ru