Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында “Агростартап” гранттарына конкурс башланды. 400-гә яҡын дәғүәсенең күпселеге һөт һәм ит малсылығы кеүек агробизнестың традицион йүнәлештәрен үҫтерергә ниәтләй. Шул уҡ ваҡытта балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеп, ошо эште киңәйтергә теләгәндәр ҙә юҡ түгел. Ишембай районынан Фәнис Зөбәйеров шундайҙарҙың береһе.
Былтыр ул Верхотор ауылында быуа барлығы, әүәл был ерҙә балыҡсылыҡ хужалығының эшләүе тураһында белеп ҡала. Ҡыҙыҡһынып, биләмәне күрергә килә. Балыҡ үрсетеү ниәте тап шунда тыуа. Эш шарттары шәптән булмаһа ла, Зөбәйеров юғалып ҡалмай, участканы төҙөкләндерергә тотона. Дөйөм майҙаны 28 гектар тәшкил иткән ерҙе эшҡыуар 49 йылға ҡуртымға ала.
Быйыл ул алты быуаны тулыландырмаҡсы. Өсәүһенә һаҙан балыҡ селбәрәһен ебәргән дә инде. Әле Фәнис Наил улы инкубацияға әҙерләнә. Һатылған тәүге продукция һаҙан балыҡ селбәрәһе буласаҡ. Эшҡыуар әйтеүенсә, уға Башҡортостанда ғына түгел, Татарстанда ла, Ырымбур өлкәһендә лә ихтыяж ҙур. Октябрь аҙағына иһә балыҡтың тәүге партияһы ла һатыуға өлгөрөп етәсәк. Быйыл йүнсел 17 тонна тауар балығы һәм инкубация цехынан 10 миллион һаҙан селбәрәһе алыуҙы күҙаллай. Әммә производствоға сығым планлаштырылғандан байтаҡҡа юғары булып сыға. Быуаның гидротехник ҡоролмаларын төҙөкләндерергә кәрәк.
Киләсәктә Фәнис Зөбәйеров һаҙан ғына түгел, бүтән төрлө балыҡтарҙы ла үрсетергә ниәтләй.
Мәғлүм булыуынса, “Агростартап” программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының “Фермерҙарға ярҙам системаһын ойоштороу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты нигеҙендә финанслана. Былтыр республикала яңы эш башлаған 115 фермер унда еңеп сыҡҡан. Быйыл иһә ауыл халҡы “Агростартап” программаһы буйынса 266 миллион һумлыҡ грант алыу мөмкинлегенә эйә.
Фото: agriculture.bashkortostan.ru