Эшҡыуар
25 Августа 2020, 09:09

“Өс таған” – тап-таман

Ленат Хафизов эшмәкәрлеген бер нисә йүнәлештә көйләгән.

Мәсәк борон-борондан уңғандар ғүмер иткән ауыл булараҡ билдәле, бынан тыш ырыҫлы яҡтарға ситтән килеп төпләнергә ынтылыусылар ҙа етерлек. Бында етеш йәшәү өсөн һәр йәһәттән дә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Етмәһә, берәү ҙә “эш юҡ” тип зарланмай, киреһенсә, юҡтан барҙы булдырырға тырышып ята. Ошо өлгө бүтәндәрҙе лә эшкә сәмләндерә.


Салауат районында тыуып үҫкән Ленат Хафизов – шундай ныҡышмалдарҙың береһе. Ул – шәхси эшҡыуар, фермерлыҡ йүнәлешен үҙ иткән.
– Өс йүнәлеште тигеҙ алып барам, шаяртып уға “өс таған” тип исем ҡуштым, – тип һөйләй “Хафизов” крәҫтиән (фермер) хужалығы рәйесе Ленат Хафизов. – Миңә бүтәне кәрәкмәй, яҡын туғанымдың “һигеҙ һыйыр аҫрағансы, һимеҙ һыйыр аҫра” тигән һүҙҙәрен онотмайым.
Ленат Рифат улы малсылыҡ, үҫемлекселек тар­мағында эшләй, йөк (ағас) ташыу менән дә шөғөлләнә. Бөгөн хужалыҡта 50-гә яҡын һауын һыйыры иҫәпләнә, тәүлегенә 500 литр һөт һауып ала һауынсылар. Һөттө эшҡыуар Сабир Ғариповҡа тапшыра. Быйыл йәй һарайҙы яңыртҡандар: унда һыйыр һауыу ҡоролмаһы урын­лаштырғандар, һөттө һыуытыуҙы ла хәстәрләгәндәр. Бынан тыш, 44 башмаҡ аҫрайҙар, 20-нән ашыу йылҡы малы бар. Ҡош-ҡорт үрсетеү ҙә – күңел талабы.
Йортоң янынан ғына Ыҡ йылғаһы аҡһын да, ҡаҙ-өйрәк аҫрама ти! Апрелдә алынған 150 ҡаҙ әле көндәр буйы һыуҙа кинәнә.

Ленат Хафизов белдереүенсә, бөтәһе 150 гектар ергә хужа, унда йыл да һоло, вика, суданка сәсеп файҙаһын күрә. Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш зонаһын үҫемлекселек өсөн ҡулай түгел тиһәләр ҙә, ижтиһад итһәң, мул уңыш алырға мөмкин.
– Ленат ағасты Ҡыйғынан Өфөгә ташый, – ти эшҡыуарҙың кәләше Нәжибә Мансур ҡыҙы. – “М-5” автомобиль трассаһы хәүефле, унда иғтибарлы булыу – иң төп талаптарҙың береһе.
Ленат Хафизов фермерлыҡҡа тотонған, бер нисә кешегә эш урыны булдырған. Улар эш хаҡын ваҡытында ала. Радик Әкрәмов, Галина Рыкова, Рәүеф Януров, Фәйрүзә Ишемйәрова, Илнур Талиповтар Ленат Хафизов етәкселегендә эшләүенә шат.
Ҡыйғы районы.
Читайте нас