Учалыла Рәшит Ҡауыевты аяғында ныҡлы баҫып торған, уңышлы эшҡыуар булараҡ беләләр. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында уҡ үҙ эшен асырға батырсылыҡ иткән, тәүәккәллеге, тырышлығы арҡаһында маҡсаттарына өлгәшә алған милләттәштәребеҙҙең береһе ул.
Ул 1954 йылда Ҡобағош ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Атаһы Ғабдулхаҡ Ҡауый улы фин, Бөйөк Ватан һуғыштарында, япон милитаристарына ҡаршы алышта ҡатнаша, бер туған ағалары менән беренселәрҙән булып колхозға инә һәм ғүмере буйы шунда хеҙмәт итә, малсылыҡта эшләй. Әсәһе Мәхмүзә Ибраһим ҡыҙы ла колхозда төрлө эштә тир түгә.
Кәсепселек нәҫелдән күскән
Ауылда тыуған һәр бала кеүек, Рәшит тә кесе йәштән эшкә күндәм, егәрле булып буй еткерә. Ете бала үҫкәс, ғаиләләренең етешмәй киткән саҡтары ла күп була.
– Әсәйем бик бөтмөр булды. Ул ваҡытта бәшмәк күп үҫер ине, әммә башҡорттар элек был ризыҡты үҙһенмәгән бит, ауылдаштар ҙа өнәмәне. Ә беҙ уны күп итеп йыйып, әсәйем ҙур күнәктә тоҙлай ҙа Үрге Уралдан ағасҡа тип килгән урыҫтарҙан онға алмаштырып алыр ине, – тип иҫкә төшөрә бала сағын әңгәмәсем.
Йүнселлек һыҙаттары Рәшиткә әсәһенән генә түгел, олатаһының бер туғаны булған бабайынан да күскәндер. Ул йортоноң яртыһын кибет итеп, сауҙа менән шөғөлләнгән. Билдәле, совет заманы еткәс, эҙәрлекләнә. Әйткәндәй, Рәшит Ҡауыевтың үҙ ҡулдары менән төҙөгән ике ҡатлы ҙур йорто тап шул нигеҙҙә ҡоролған.
Ауылда һигеҙ класты тамамлағас, Рәшит электрик булып эшләгән Рәфҡәт ағаһының ярҙамсыһы булып хеҙмәт юлын башлай, совхозда эшселәр етешмәгән саҡтарҙа ҡаҡса ғына кәүҙәле, әммә теремек, сос егетте малсылыҡҡа ла йәлеп итәләр.
Икенсе йылына Рәшит Үрге Урал ҡалаһындағы водителдәр әҙерләгән училищеға уҡырға инә. Киң профилле водитель-слесарь һөнәрен үҙләштергәс, Уральск ҡасабаһында тракторсыға ла уҡып сыға. Һуңынан әрмегә саҡырылып, һалдат бурысын Ҡурған өлкәһендә үтәп ҡайта.
Шул ваҡытта Рафиҡ ағаһын дуҫтары Себергә эшкә саҡыра. Ул күңеленә ятҡан эшен ташлап китергә батырсылыҡ итмәй, үҙе урынына ҡустыһын өгөтләй. Ата-әсәһе тәүҙә, ғаиләләге кесе улдарын эргәһендә ҡалдырырға тырышып, ҡаршы булһа ла, аҙаҡ күнә.
Нижневартовск ҡалаһының төҙөлә генә башлаған осоро. Рәшит ҡеүәтле “Татра”, “Магирус” тип аталған үҙбушатҡыстарҙа юлдар төҙөүҙә ҡатнаша. Тырыш хеҙмәткәрҙе автомашиналарҙы ремонтлау буйынса мастер итеп үрләтәләр.
Йәй етһә, Рәшит тыуған яғына ашыға. Ата-әсәһенә бесән эшләшеп, ярҙамлашып китер була. Бер шулай ялға ҡайтҡанында ниндәйҙер йомош менән почтаға инә. Почта бүлексәһе етәксеһен йәйге осорҙа ваҡытлыса алмаштырырған сибәр ҡыҙға бер күреүҙә ғашиҡ була ул. Оҙон буйлы, ыҫпай кейенгән егет тә ҡыҙҙың күңеленә ята.
Ике йыл дуҫлашып, хат, телефон аша хәбәрләшеп торғас, йәштәр 1978 йылда ғаилә ҡора. Рәшит Зөлфиәһен үҙе менән Себергә алып китә, ғаиләгә йәм өҫтәп, ҡыҙҙары тыуа. Юғары эш хаҡы түләнгән хеҙмәт урыны, торлаҡ, төрлө льготалар – Ҡауыевтарға Себерҙә рәхәтләнеп йәшәр өсөн бөтә шарттар була, әммә күңелдәре тыуған яҡҡа тартыла йәштәрҙең. Һигеҙ йыл Нижневартовскиҙа йәшәгәс, Межгорье ҡалаһына күсенәләр. Рәшит сауҙа өлкәһендә водитель булып эшен дауам итә. Илдең төрлө төбәктәренән тауар ташый ул.
90-сы йылдар... Ул осор күптәрҙең хәтерҙәренә юҡсыллыҡ мәле булып уйылғандыр. Ҡала магазиндарында ниндәйҙер тауар булһа ла, ауыл кибеттәренең шалтырап ултырған ваҡыты. Районда ул ваҡытта бөтә магазиндар ҡулланыусылар йәмғиәтенә ҡарай, пайсылар дәүләт ярҙамы иҫәбенә йәшәй.
Сауҙа өлкәһе сит илдәрҙәге кеүек килемле булырға, дәүләткә үҙе ярҙам итергә тейеш, тип һанай Рәшит Ҡауыев һәм магазиндарҙы һатып алыу теләге менән район етәкселегенә бара. Иң тәүҙә уның ниәтен хупламайҙар, шулай ҙа бер ни тиклем ваҡыттан һуң пайсылар йыйылышы ойоштороп, райондың көньяҡ өлөшөндәге сауҙа нөктәләрен ҡуртымға бирергә, тигән ҡарарға киләләр.
– Эш урынымдан “КамАЗ” йөк машинаһын һатып алып, тауар ташый башланым. Иң тәүҙә ауыл халҡының ихтыяжын өйрәндем. Биҙрә, көрәк, һәнәк кеүек эш ҡоралдары, көндәлек ҡулланыла торған аҙыҡ-түлек кәрәк ине тәү сиратта кешеләргә – магазиндарҙы шундайыраҡ тауарҙар менән тәьмин иттем, – тип иҫләй эшҡыуарлыҡтың тәүге йылдарын әңгәмәсем.
Күп тә үтмәй, Рәшит Ғабдулхаҡ улы Ҡобағош, Ҡаҙаҡҡол, Ғәлиәхмәр, Сораман, Озерный ауылдарындағы магазиндарҙы һатып ала. Ул замандарҙа районда икмәк бешереү цехтары ла аҙ була, ризыҡты Белореттан килтереп һатыр булалар. Рәшит Ҡауыев, Ҡобағошта буш торған элекке совхоз кәнсәһе бинаһын алып, йыһазландырып, икмәк бешереү цехы асып ебәрә.
Яҡташтары ышаныс белдереп, район Советы депутаты итеп һайлағас, Ҡауыевтар Ҡобағошҡа килеп төпләнә.
Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү еңелдән түгел, был өлкәлә тиҙ һәм ҡапыл күпләп килем дә алып булмай. Ошоларҙы иҫәпкә алып, Рәшит Ғабдулхаҡ улы эште бер нисә йүнәлештә ойоштора. Пилорама асып ебәрә, ҙур автогараж төҙөй, баштараҡ мал да үрсетә. Тирә-яҡ ауылдарҙың халҡынан йәшелсә, еләк-емеш, тире, һөт продукцияһын һатып алыу эшен дә йәнләндерә. Дөйөмләштереп әйткәндә, ауыл ерендә ниндәй эш бар, барыһын да башҡара хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре.
Ҡобағош тәбиғәттең бик гүзәл төбәгендә урынлашҡан. Ауыл эргәһенән Миндәк, бәләкәй генә Ҡояш, Соңғор йылғалары аға. Яҙ һыу күтәрелеп, ауыл өйҙәрен баҫһа, йәй йылғасыҡтарҙа ул бөтөнләй кәмер була. Эҫе көндәрҙең береһендә ауылда янғын сыға. Шул саҡта янғын һүндерерлек тә һыу табылмай хатта.
Рәшит Ғабдулхаҡ улының башына шул саҡта, Ҡояш йылғаһын быуып, һыу ятҡылығы эшләргә кәрәк, тигән уй килә. Ерҙе ҡуртымға алып, ҡеүәтле техника саҡыртып, ниәтен бойомға ашырып та ҡуя эшҡыуар. Аҙаҡ быуаға селбәрә ебәреп, балыҡ үрсетергә булып китә. Бағыр балығы шул тиклем үрсей, быны ишетеп, сит өлкәләрҙән дә балыҡсылар килә башлай.
Шулай бер көн ситтән килгән балыҡсылар эшҡыуарҙан улар өсөн бәләкәй генә ял өйө төҙөүен үтенә. 5х6 квадрат метр майҙанлы йорт буш тормай. Ял итеүселәрҙең һорауы буйынса, беседка менән мунса ла һала Рәшит Ҡауыев. Быуаның тирә-яғы быға тиклем сүплек урыны була, биләмәне таҙартып, йәшелләндереп ҡуйғас, бөтөнләй икенсе төҫ ала. Ял урыны тураһында ишетеп, халыҡ ағыла башлай. Яйлап йорттарҙың, мунсаларҙың да һаны арта.
Бөгөн Ҡобағоштағы ял базаһында ағастан семәрләп эшләнгән төрлө майҙанлы биш йорт, биш мунса, беседкалар бар. Бер юлы 45-50 кешене хеҙмәтләндерәләр. Туйҙар, юбилейҙар уҙғарыу өсөн ике ҙур зал ҡаралған, балалар уйын майҙансығы, спорт менән шөғөлләнеү өсөн ҡорамалдар ҡуйылған.
– Төп маҡсатым – ҙур килем алыу түгел, ә төбәктә туризмды үҫтереү, халыҡты эш менән тәьмин итеү, – ти эшҡыуар.
Изге ғәмәлдәрҙең һөҙөмтәһе
Тормошта төрлө кешеләр осрай. Бөтмөр йүнселдең уңышлы барған эшенә аяҡ салып маташыусылар ҙа, яла яғыусылар ҙа була. Әммә Рәшит Ғабдулхаҡ улы ундай ваҡлыҡтарға иғтибар итмәй, күңелен төшөрмәй, алға табан ҡыйыу атлай, ауылдаштарының рәхмәте уға дәрт өҫтәй.
Бөгөн Ҡауыев 100 кеше өсөн эш урыны булдырған. Йәй айҙарында миҙгелле эштәргә өҫтәмә хеҙмәткәрҙәр ҙә йәлеп ителә. Рәшит Ғабдулхаҡ улы, төп эшенән тыш, йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәй, бағыусылыҡ ярҙамынан да баш тартмай.
Сер түгел, ғәҙәттә, район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан ултыраҡтарға иғтибар етеңкерәмәй. Халыҡты борсоған проблемаларҙы район етәкселегенә еткереп, уларҙың тормош шарттарын, социаль-мәҙәни учреждениеларҙың матди хәлен яҡшыртыуға ҙур иғтибар бүлә эшҡыуар.
Киләсәктә Рәшит Ҡауыев килгән ҡунаҡтар төбәктең тарихын, үткәнен белһен, шифалы үҫемлектәре менән дауаланһын өсөн ял базаһында музей һәм фитобар төҙөргә уйлай.
“Һәр уңышлы ир-ат артында ышаныслы ҡатын-ҡыҙ тора” тигән халыҡ фекере менән килешмәй булмай. Ирен һәр ваҡыт аңлап, яғымлы һүҙе, кәңәштәре менән ярҙам итеп торған ҡатыны Зөлфиә Шаһыбал ҡыҙы булмаһа, кем белә, бәлки, Рәшит Ҡауый улы бындай уңыштарға өлгәшә лә алмаҫ ине. Ғаилә башлығы көноҙоно үҙ эшенән бушамағас, бар донъяуи мәшәҡәттәр ҡатыны иңендә. Әлбиттә, был еңел түгел, әммә тырыш ханым барыһын да булдыра. Кәртә-ҡураһы тулы мал, ҡош-ҡорт, үҙ ҡулдары менән һалып сыҡҡан ҙур йорттарында һәр ваҡыт йәм һәм тәртип күҙәтелә.
Ҡауыевтар өс балаға ғүмер биргән. Өсөһө лә үҙҙәренә оҡшап егәрле, йүнсел, тырыш. Оло ҡыҙҙары Зилә ғаиләһе менән Белоретта йәшәй, улар ҙа шәхси предприятие ойошторған. Уртансылары Радик та өйләнгән. Белоретта йәшәһә лә, эшҡыуарлыҡ эшендә атаһының уң ҡулы. Кескәй ҡыҙҙары Эльвира Өфөлә төпләнгән.
Ҡауыевтарҙың балаларының ғаиләләрендә икешәр ейән үҫә. Уларҙың ялға ҡунаҡҡа килгәндәрен түҙемһеҙләнеп көтөп ала олатай менән өләсәй. Ейәндәрен дә балалары кеүек иманлы, башҡорт рухында, эшкә өйрәтеп үҫтереүгә үҙ өлөштәрен индерергә тырышалар.
Рәшит Ҡауыевтың намыҫлы хеҙмәтен төрлө кимәлдәге әллә күпме грамоталар, маҡтау ҡағыҙҙары дәлилләй. Әммә ир-уҙаман өсөн иң юғары баһа – эше менән генә түгел, изге ғәмәлдәре менән дә яуланған яҡташтарының хөрмәте.