Эшҡыуар
5 Сентябрь 2020, 12:40

Андрей Назаров: “Эшебеҙҙең һөҙөмтәле булыуын теләһәк...”

“Хөкүмәттең “үтә аҡыллы ташбаш”ҡа әйләнеп, ояһына бикләнеп, ҡалтыранып ултырырға хаҡы юҡ”.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеү, ошоға бәйле эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү алымдары тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты.
“Ошо көндәрҙә үткән Президиум ултырышында хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлек темаһы тураһында фекер алыштыҡ. Уны яйлау юлдарын барланыҡ. Беҙ пандемия башланғанда уҡ эшҡыуарҙарға эш урындарын һаҡлау мәсьәләһендә ярҙам саралары тәҡдим иттек. Уның асылы түбәндәгесә: дәүләттән ярҙам алғығыҙ киләме? Улайһа, кешеләрҙе эштән ебәрмәгеҙ, хеҙмәт хаҡы түләгеҙ.
Был башланғысты әле лә дауам итәбеҙ. Мәҫәлән, йәмәғәт эштәре ойошторған ваҡытта эш биреүселәрҙең сығымдарын өлөшләтә ҡаплайбыҙ. Был һорауҙы кисә лә ҡараныҡ. Хөкүмәттең талаптарының береһе – эш биреүсенең һалымдар һәм йыйымдар буйынса бурысының булмауы. Әлбиттә, был дөрөҫ ҡарар. Кем дәүләт аҡсалары менән эш итә, ул икеләтә намыҫлы һәм яуаплы булырға тейеш. Әммә был осраҡта формализмға тарыу хәүефе бар. “Итальян забастовкаһы” тигән төшөнсәләге кеүек. Барыһы ла дөрөҫ, инструкция буйынса кеүек, ә эш алға китмәй.
Бизнес менән шөғөлләнгән һәр кем белә: бәләкәй генә бурыс уйламаған ерҙән килеп сығыуы ихтимал, йәғни техник сәбәптәр арҡаһында, тип әйтергә лә мөмкин. Ул бер нисек тә предприятиеның хәле хөрт булыуы, тиҙҙән банкротҡа әйләнеүе тураһында һөйләмәй. Ғәҙәттә, ундай “тингә торошло” бурыстар бик тиҙ ҡаплана һәм бер ниндәй ҙә проблема тыуҙырмай. Әммә ошо формаль сәбәп арҡаһында предприятиеға дәүләттән ярҙам биреү рөхсәт ителмәһә, был аңһыҙлыҡ кеүек ҡабул ителә. Әйткәндәй, әле тап шундай хәлдәр күҙәтелә лә инде.
Әгәр эшебеҙҙең һөҙөмтәле булыуын теләһәк, уға формаль күҙлектән ҡарауҙы туҡтатырға тейешбеҙ. Шуға күрә мин был һорауҙы көн тәртибенә сығарҙым. Ҙур булмаған бурыс күләме эшҡыуарға йәмәғәт эштәрен ойоштороу проектында ҡатнашыу өсөн кәртә булырға тейеш түгел. Коллегаларым иҫәп сиге итеп 10 мең һумды алырға тәҡдим итте, әммә мин уны 50 мең һумға тиклем арттырыу яҡлы булдым. Беҙҙең төп бурыс – “йомшаҡ түшәп, ҡатыға ултыртҡан” бурыслыларҙы асыҡлау, тап шуларҙы кире ҡағыу, әммә быны артыҡ формализмға бирелмәйенсә лә эшләп була. Хөкүмәттең “үтә аҡыллы ташбаш”ҡа әйләнеп, ояһына бикләнеп, “Берәй нимә килеп сығып ҡуймаһын!” тип ҡалтырап ултырырға хаҡы юҡ. Ысынын әйткәндә, бюрократияға ундай алым хас, әгәр юл ҡуйһаң, тап шулай буласаҡ та. Әммә ул осраҡта бөтә иҡтисад туҡтаясаҡ. Шуға күрә мин ижади мөмкинлектәрҙе, таланттарҙы (ә эшҡыуарлыҡ – ул талант) асырға ҡамасаулаған бюрократик ғәҙәттәрҙе сикләүҙе үҙ бурысым тип һанайым”, – тип яҙҙы Андрей Назаров.
Фото: “Фейсбук” селтәре.
Читайте нас