Эшҡыуар
23 Сентябрь 2020, 15:20

Ҡуртым хаҡы буйынса ташлама ҡаралған

Бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре коммерция маҡсатында 2668 дәүләт һәм муниципаль мөлкәт объектын, ер участкаларын ҡуртымға алыу мөмкинлегенә эйә.

Бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре коммерция маҡсатында 2668 дәүләт һәм муниципаль мөлкәт объектын, ер участкаларын ҡуртымға алыу мөмкинлегенә эйә.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин рәйеслегендә видеоконференцэлемтә тәртибендә үткән Башҡортостан Республикаһында инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса проект ултырышында ошо турала һүҙ барҙы.
Эшҡыуарҙарға льготалы шарттарҙа ер, ҡаралтылар, ҡоролмалар, торлаҡ булмаған биналар тәҡдим ителә. Башҡортостандағы дәүләт һәм муниципаль мөлкәттең тулы исемлеге InvestRB.ru сайтында баҫылған. Эксперттар билдәләүенсә, муниципаль һәм република власы менән төҙөлгән килешеүҙәр юғары тотороҡлолоғо, шулай уҡ ҡуртым түләүе шарттары менән айырылып тора. Эшҡыуар тәүге йылда йыллыҡ ҡуртым түләүенең 40, икенсе йылда – 60, өсөнсө йылда – 80, дүртенсе һәм артабанғы йылдарҙа 100 процент күләмендә түләнә. Бынан тыш, эшҡыуарҙар ҡуртымға бирелгән мөлкәтте өҫтөнлөклө һатып алыу хоҡуғына эйә. Майҙансыҡ һайлағанда Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының территориаль органына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Фото: investrb.ru
Читайте нас