Бөгөн Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин рәйеслегендә Башҡортостан Республикаһында инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса проект офисының ултырышы булды. Унда республика башҡарма власть органдары, төбәк үҫеш институттары, финанс-кредит ойошмалары, лизинг компаниялары, эшлекле даирәләр вәкилдәре, ҡала, райондарҙағы бизнес-шерифтар ҡатнашты.
Эшҡыуарҙарҙың эштәре буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин йүнселдәр өсөн һалым тәртибендәге үҙгәрештәр тураһында һөйләне. Мәҫәлән, алынасаҡ килемгә берҙәм һалымдың махсус тәртибе киләһе йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлдән сыға. Һалым һалыуҙың ошо системаһын ҡулланған барлыҡ эшҡыуарҙарға яңы йылға тиклем башҡа һалым тәртибен һайларға кәрәк.
“Был һалым төрөнөң әлегә алмашсыһы юҡ. Һалым һалыуҙың патент системаһы ла, ябайлаштырылған система ла бәләкәй предприятиелар һәм эшҡыуарҙар файҙаланған отошло, һығылмалы шарттарҙы тәҡдим итә алмай, – тине Флүр Әсәҙуллин. – Эшҡыуарҙарға ҡулай тәртипте һайлау зарурлығы тураһында хәбәр итергә, уларға ошо йәһәттән ярҙам күрһәтергә, төрлө сығанаҡтарҙы файҙаланып, алымдарҙы аңлатырға кәрәк. Ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырыу ғына түгел, предприятиеларҙың күпләп ябылыуына килтерерлек хәл-шарттарға юл ҡуймау мөһим”.
Эшҡыуарҙар һалым һалыуҙың дөйөм системаһына, һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһына, һалым һалыуҙың патент системаһына күсә ала. Александр Сидякин ошо мәсьәлә буйынса эш төркөмө төҙөргә ҡушты.