Эшҡыуар
25 Сентябрь 2020, 08:04

“Шатлыҡ”тар шатлыҡ өләшә

Тәбиғи ризыҡтарға сират торалар.

Учалыла “Шатлыҡ” предприятиеһы етештергән аҙыҡ-түлекте ауыҙ итеп ҡарамаған кеше юҡтыр. Киң ассортиментлы, сифатлы, тәбиғи ризыҡ халыҡты күпләп йәлеп итә. Күпереп бешкән ҡалас, бәлеш, телде йоторлоҡ төрлө тәм-том һатып алыр өсөн магазиндарҙан сират өҙөлмәй. Бында етештерелгән продукция учалыларға ғына түгел, башҡа райондар халҡына, күрше силәбеләргә лә яҡшы таныш.



Хыялға илткән юл


Тотороҡло үҫешкән предприя­тиеға оҙаҡ йылдар үҙен эшлекле, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған, талапсан етәксе итеп танытҡан Флория Туҡтубаева идара итә.
Флория Зөфәр ҡыҙы Салауат районының Урмантау ауылында донъяға килә. Ата-әсәһе ғүмер буйы урман хужалығында хеҙмәт итә. Ғаиләлә үҫкән өс балаһын да кескәй генә йәштән үҙаллы булырға, эшкә өйрәтеп үҫтерергә тырышалар.

– Ҙурайғас, магазинда эшләйә­сәкмен дә кәнфит, төрлө тәмле­кәстәр һатасаҡмын, тип хыяллана торғайным, совет заманы балаларына туйғансы тәм-том ашау бә­хете тәтемәне бит, – тип хәти­рәләргә бирелә әңгәмәсем.
Мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлаған ҡыҙ Силәбе механика техникумына уҡырға инә, әммә был өлкә уныҡы түгел икәнлеген тиҙ аңлай һәм, документтарын алып, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу өсөн Өфө сауҙа-кооператив техникумына йүнәлә.
Шул йылдарҙа атаһы Зөфәр Ғисбулла улына, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булараҡ, Учалы ҡалаһынан бушлай фатир бүләләр. Ғаилә шунда күсеп килә. Ыҡсым ғына, таҙа, төҙөк ҡала бер күреүҙә күңеленә ята ҡыҙҙың.
Флория Зөфәр ҡыҙы хеҙмәт юлын элемтә үҙәгендә оператор булараҡ башлай. Учалыла үҙенең яҙмышын осратып, ғаилә ҡора. Туҡтубаевтар ҡалала төпләнә, дүрт йыл тирәһе БАМ төҙөлөшөндә лә эшләп ала. Ғаиләгә йәм өҫтәп, ҡыҙҙары Ләйсән донъяға килә.
Үҙ эштәрен асырға тәүәккәлләйҙәр


Уҙған быуаттың 90-сы йылдар башы... Үҙгәртеп ҡороу осоро. Тап шул ваҡыттарҙа йүнселдәр, тә­үәккәлдәр үҙ эшен аса башлай.
Туҡтубаевтар ҙа эшҡыуарлыҡ өлкәһендә көстәрен һынап ҡарарға була. БАМ төҙөлөшөндә бер аҙ тупланған аҡсаларына ҡала сите­нән ер биләмәһе алып, ҙур бул­маған тирмән булдырып, он тарттырыу эшенә тотоналар. Һуңынан икмәк бешереү цехы асалар. Тиҫтәгә яҡын яңы эш урыны барлыҡҡа килә.
– Ауыр замандар ине, юҡсыл­лыҡ ваҡыты... Банктан кредит алыуы ла ҡатмарлы булды. Тормош иптәшемдең тырышлығы, йүнсел­леге арҡаһында эшебеҙ яйлап булһа ла алға тәгәрәне, – тип иҫенә төшөрә эшҡыуарлыҡтың тәүге йылдарын әңгәмәсем.
Туҡтубаевтар ҡалала бер нисә киоск асып ебәрә, улар бешергән икмәккә учалыларҙа ҙур ихтыяж тыуа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәил Рәхмәтулла улы бынан 15 йыл элек ҡаты ауырыуҙан вафат була. Флория Зөфәр ҡыҙы, тормош иптәшен юғалтыуҙы бик ауыр кисерһә лә, юғалып ҡалмай, ире менән бергә башлаған эште дауам итә.
Карапты нисек атаһаң, ул шулай йөҙәсәк, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер. Туҡтубаевтар предприятиеларын “Шатлыҡ” тип атап яңылышмай, бына инде 27 йылдан ашыу улар ойошторған йәмғиәт кешеләргә ысын мәғәнәһендә шатлыҡ өләшә.


Боронғо традициялар рухында


“Шатлыҡ”та тәүлегенә ике тоннанан ашыу продукция етеш­терелә, шуның мең ярымдан ашыуы – икмәк-ҡалас ризыҡтары. Ассортиментта аҡ ҡалас, арыш, көрпә икмәге, төрлө батон, ләүәш кеүек ризыҡ бар. Боронғо традицияларҙы күҙәтеп, ҡамырҙың тәүлек буйы өлгөргәнен көтөп, ҡомалаҡ менән әсетелеп бешерелгән сифатлы икмәкте яратып һатып алалар.

Кондитер ризыҡтарға килгәндә, 120 төр тәм-том иҫәпләнә. Уларҙың да төрлөһөнән тәүлегенә 500 килограмм тирәһе тәмлекәс әҙерләнә.
– Кондитер ризыҡтары әҙерлә­гәндә лә бер ниндәй ҙә химик консервант ҡулланмайбыҙ, тәбиғи продукцияға өҫтөнлөк бирәбеҙ, шуға күрә беҙ етештергән торт­тарҙың, пирожныйҙарҙың һаҡлау ваҡыты ла сикләнгән, – ти етәксе.
Ҡамыр өсөн ҡомалаҡты, йо­мортҡаны, һөттө, бәлештәр өсөн йәшелсә, емеш-еләкте урындағы халыҡтан һатып алалар предприятиела. Ә ондо күрше Силәбе, Ырымбур өлкәләренән ташыйҙар.
Матди-техник базаны нығытыуға ныҡлы иғтибар бирелә йәмғиәттә. Сауҙа нөктәләрендә, цехтарҙа даими рәүештә ремонт уҙғарыла, мейестәр, ҡорамалдар, техника паркы яңыртыла. Бер нисә тапҡыр дәүләт ярҙамынан да файҙалан­ғандар. Ике йыл рәттән лизингка автомобилдәрен яңыртҡандар, ҡеүәтле ике ҡамыр баҫыу ҡора­малы һатып алғандар.
Бөгөн “Шатлыҡ” йәмғиәтенең ҡалала – өс, Рудник биҫтәһендә бер магазины бар. Сауҙа нөктә­ләрендә тәҡдим ителгән сифатлы, тәбиғи продукция, хаҡтарҙың сағыштырмаса арзан булыуы, һатыусыларҙың йылы мөнәсәбәте халыҡты күпләп йәлеп итә.
“Шатлыҡ” заман менән бергә атлай. Баҙар шарттарында кон­курентлыҡ көслө булһа ла, предприятие төрлө кимәлдәге тендер­ҙарҙа ҡатнашып, Учалының ғына түгел, күрше өлкәнең дә дауаханаларын, мәктәп, балалар баҡса­ларын үҙе етештергән продукция менән тәьмин итеү хоҡуғына өлгәшкән. Предприятиеның ете автомашинаһы бар, продукцияны учреждениеларға, магазиндарға үҙҙәре үк илтеп ҡуя.


Егәрле лә, берҙәм дә


“Шатлыҡ”та бөгөн 80-дән ашыу хеҙмәткәр иҫәпләнә. Башҡа пред­приятиеларҙағы кеүек, бында ҡыҫ­ҡартыуҙар булғаны юҡ, эш хаҡы ла ҡәнәғәтләнерлек. Һатыусы­ларҙың, икмәк, кондитер ризыҡтары бешереүселәрҙең, башҡа хеҙмәт­кәр­ҙәрҙең һөнәри квалифика­ция­һын камиллаштырыу маҡсатында йәмғиәттә маҡсатлы эш алып барыла. Яңы хеҙмәт юлын башлаған йәштәрҙе һөнәр нескәлектәренә төшөндөрөү өсөн оҙаҡ йылдар эшләгәндәрҙе беркетеү ҙә тра­дицияға әйләнгән.
“Шатлыҡ”тар ҡала һәм район күләмендә уҙғарылған сараларҙа ғына түгел, республика кимәлендә ойошторолған төрлө конкурс, оҫ­талыҡ дәрестәрендә, күргәҙмә­ләрҙә, йәрминкәләрҙә әүҙем ҡат­наша, социаль учреждениеларға бағыусылыҡ ярҙамы ла күрһәтә. Йәмғиәт күрһәткестәр буйынса агросәнәғәт комплексы предприятиелары араһында республикала алдынғыларҙан һанала.
Үҙәк офис бинаһындағы бер мө­йөш предприятие лайыҡ булған дип­лом, почет грамоталары, Маҡ­тау ҡағыҙҙары менән тулған, улар­ҙың күплегенән күҙҙәр ҡамаша хатта.
– Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең һәр береһе эшен яратып, күңел һалып башҡара. Коллективта оҙаҡ йылдар эшләп абруй ҡаҙанған Виталий Ляшко, Таңһылыу Ҡотоева, Альберт Вәлиханов, Лилиә Ғәлим­йәнова, Гөлшат Солтанбаева, Дмитрий Насретдиновтың тырыш­лығын айырыуса билдәләп үтке килә, – ти Флория Зөфәр ҡыҙы.
Әйткәндәй, тәжрибәле етәксе үҙе лә байтаҡ наградаға лайыҡ булған. Шуларҙың иң тосо – агро­сәнәғәт өлкәһендә фиҙакәр хеҙмәте өсөн бирелгән Башҡортостан Рес­публикаһының Почет грамотаһы.
Ҡатын-ҡыҙ үҙенең эшендә, башҡа даирәләрҙә ни тиклем уңыштарға өлгәшмәһен, уның өсөн ғаиләһе иң мөһиме булып ҡала. Флория Зөфәр ҡыҙы – бәхетле әсәй, яратҡан өләсәй, яҡында­рының йылыһын, ихтирамын тойоп ғүмер кисерә. Ҡыҙы Ләйсән ғаиләһе менән Өфөлә төпләнгән, һөнәре буйынса юрист, әлеге ваҡытта декрет ялында. Балалары ҡунаҡҡа кил­һә, хәстәрлекле әсәй, өләсәйҙең күр­кәм йорто шат ауаздарға күмелә.
Эшең менән генә түгел, изге ғәмәлдәрең менән дә яуланған яҡташтарыңдың, хеҙмәттәштә­реңдең хөрмәтен тойоу, яҡында­рыңдың һөйөүенә сорналып йәшәү – шунан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән ҡатын-ҡыҙ өсөн?!

Учалы ҡалаһы.
Читайте нас