Кушнаренко районы эшҡыуары Тимур Латыпов крәҫтиән (фермер) хужалығына айшир тоҡомона ҡараған 36 тана һатып алған. Таналарҙы Финляндиянан алып ҡайтҡандар.
Әлеге ваҡытта фермерҙың был ҡиммәтле тоҡомға ҡараған 57 баш һыйыр малы бар. Йыл аҙағына тиклем тағы 100 баш тана ҡайтарыласаҡ. Был тоҡом малының һөтөндә аҡһым һәм майҙың күрһәткесе юғары. Шуға ла сыр эшләү өсөн иң ҡулайлыһы тип һанала.
Тимур Латыпов 2021 йылда сыр эшләү буйынса завод асмаҡсы. Әлеге мәлдә бинала ҡорамалдарҙы монтажлау эштәре бара.
Эшҡыуар һыйыр малын ҡышлатыу өсөн ферма төҙөүгә 120 миллион һум аҡса сарыф иткән, унда һауыу аппараттары, һөт һыуытҡыс, автоматлаштырылған һыу эсереү системаһы буласаҡ.
Шулай уҡ Тимур агротуризм менән шөғөлләнергә лә иҫәп тота. Уның проекты республика Хөкүмәте йортонда үткән "Инвестиция сәғәте"ндә ҡаралған һәм хуплау тапҡан. Тимәк, фермер һалым буйынса ташламалар аласаҡ, техника һәм төҙөлөшкә сарыф ителгән аҡсаның бер өлөшөн ҡайтарыуға иҫәп тотасаҡ.
Был башланғыс “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты, шулай уҡ "Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү" дәүләт программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығының сайтынан.