Эшҡыуар
11 Октябрь 2020, 11:15

Яңы заман өсөн көслө идеялар кәрәк

Эксперттар проекттарҙы күләмлелеге, яңылығы йәһәтенән баһаланы, уларҙың ижтимағи әһәмиәте, аудиторияһы иғтибарға алынды.

“Киләсәк фабрикаһы” инновациялы эшмәкәрлек йорто нигеҙендә Стратегик башланғыстар агентлығының “Яңы заман өсөн көслө идеялар” форумында тәҡдим ителгән идеялар менән таныштырҙылар.
Төбәк этабына 600-ҙән ашыу, шул иҫәптән “эшҡыуарлыҡ” йүнәлеше буйынса 35 идея тәҡдим ителде. Уларҙа стартаптарға һәм йәш эшҡыуарҙарға булышлыҡ итеү, Башҡортостанда белем биреү программаларын, бизнес инкубаторҙарын, коворкингтарҙы тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ бара. Эксперттар проекттарҙы күләмлелеге, яңылығы йәһәтенән баһаланы, уларҙың ижтимағи әһәмиәте, аудиторияһы иғтибарға алынды. Фекер алышыу һөҙөмтәһендә иң-иң биш идея һайлап алына.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, форум Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярҙам итә. Еңеүселәргә ойоштороу һәм методика яғынан булышлыҡ ҡылына, уларҙың проекттары ил төбәктәрендә таратыу өсөн “Смартека” тотороҡло үҫеш практикалары платформаһында урынлаштырыла.
Фото: biznestur.bashkortostan.ru
Читайте нас