16 һәм 22 октябрҙә Башҡортостандағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары, социаль эшҡыуарҙар өсөн “Социаль бизнесты онлайнға күсереү буйынса навигатор” оҫталыҡ дәресе үткәрелә.
Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Социаль өлкә инновациялары үҙәге тарафынан Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты ярҙамы менән ойошторола.
Оҫталыҡ дәресендә күптән эшләгән йүнселдәр, шулай уҡ социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә бизнесын башларға теләгәндәр ҡатнаша ала. Унда айырым маҡсатлы аудитория менән эш итеүҙә яңы алымдарҙы ғәмәлгә индереү, клиенттар йәлеп итеү һәм команданың эшен автоматлаштырыу мәсьәләләре ҡараласаҡ. Шулай уҡ бизнесты үҫтереү һәм танытыу буйынса IT-инструменттар менән таныштырасаҡтар.
Әйткәндәй, сарала ҡатнашыу бушлай. Тик түбәндәге һылтанма буйынса теркәлергә кәрәк: https://kurssp.ru.