Эшҡыуар
26 Октябрь 2020, 11:00

Лизингҡа ҡорамал алам тиһәң...

Бының өсөн Башҡортостан эшҡыуарҙарына ниндәй сайттан файҙаланырға кәрәк һуң?

Төбәк лизинг компанияһы Башҡортостан эшҡыуарҙарына лизингҡа һәм ташламалы шарттарҙа ҡорамалдар һатып алырға ярҙам итә.
Компанияның төп бурысы – республика биләмәһендә, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә теркәлгән йүнселдәргә булышлыҡ итеү. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Программаның бер нисә үҙенсәлеге бар. Рәсәйҙә етештерелгән ҡорамалдар өсөн ташламалы йыллыҡ ставка – алты, сит илдекеләр өсөн һигеҙ процент тәшкил итә, срогы – 84 айға тиклем. Тәүге лизинг түләүе ҡабул итеү-тапшырыу актына ҡул ҡуйылғандан һуң 30 көн үткәс күсерелергә тейеш.
Лизинг компанияһы тәьминәтсенән йәки етештереүсенән ҡорамалды үҙаллы һатып ала һәм уны эшҡыуарға ваҡытлыса файҙаланыуға тапшыра. Лизингҡа ғариза биреү өсөн www.rlcrb.ru сайтына инергә, ундағы анкетаны үҙегеҙгә күсереп алырға, тултырырға һәм ебәрергә кәрәк.
Фото: biznestur.bashkortostan.ru
Читайте нас