Эшҡыуар
5 Ноябрь 2020, 12:10

Илшат Кәлимуллин нисек комбайнлы булған?

Илшат Ҡайман улының эшен район хакимиәтендә хуплайҙар һәм кәңәш бирәләр.

Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһы һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” федераль проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Проект нигеҙендә крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштороуға һәм үҫтереүгә грант алырға мөмкин.
Быйыл “Агростартап” конкурсында ҡатнашыуға бөтә республиканан 500-ҙән ашыу ғариза тапшырылған, шуның етәүһе – Баҡалы районынан. Конкурс комиссияһы Ҡуштирәктән Илшат Кәлимуллиндың проектын иң яҡшыһы тип таный.
Бер нисә йыл элек Кәлимуллиндар үҫемлекселек менән етди шөғөлләнә башлай. Әммә тракторҙар һәм иҫке генә комбайн әленән-әле боҙола, запчасть эҙләргә, техниканы йыш ремонтларға тура килә. Ғаилә яңы комбайн һатып алырға кәрәк тигән ҡарарға килә.
Илшат Ҡайман улы район хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп, пландары менән уртаҡлаша. Унда идеяны хуплайҙар, “Агростартап” республика программаһында ҡатнашырға кәңәш итәләр.
Илшат Кәлимуллин Ауыл хужалығы министрлығында проектын яҡлай һәм грант ота. Өс миллион һумлыҡ грант аҡсаһына ул “Агромаш-3000” маркалы комбайн һатып ала.
Фото: bakaly.bashkortostan.ru
Читайте нас