Бөгөн Радий Хәбиров Баймаҡ районында эш сәфәрендә бик күп урында булды, объекттарҙы ҡараны, кешеләр менән аралашты.
Сәфәр һуңында район хакимиәте бинаһында Баймаҡта төҙөргә йыйынған социаль учреждениелар һәм объекттар проекттары менән танышты. Уларҙың береһе – “Үҙгәрештәр еле” йәмәғәт киңлектәре системаһы. Уға ярашлы, 2021-2022 йылдарҙа ҡаланың үҙәк өлөшөн, Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркын, үҙәк майҙанды төҙөкләндереп, берләштереү күҙаллана. Был урындарҙы уңайлы йәйәүлеләр зонаһы бәйләп торасаҡ. Үҙәк майҙанда шулай уҡ күргәҙмә павильондары һәм милли орнаментлы бәләкәй архитектура формалары барлыҡҡа киләсәк.
Быйыл проект бәләкәй ҡалалар һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүселәрҙең береһе булғайны. Уны тормошҡа ашырыу өсөн 50 миллион һумлыҡ федераль грант бүленәсәк.
Тағы бер проект – Баймаҡта балалар һәм йәштәр ижады үҙәген төҙөү. Бының өсөн киләһе йылда быға тиклем төҙөлөп бөтмәгән хөкөм йорто бинаһын яңынан профилләштерергә уйлайҙар. “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә, яңы учреждениены матди-техник яҡтан йыһазландырыу өсөн федераль бюджеттан 11 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Бынан тыш, быйыл Баймаҡта ябыҡ “Баймаҡ-Арена” боҙ майҙансығы төҙөй башлаясаҡтар. Ул ҡаланың “Труд” стадионы янында урынлашасаҡ. Объекттың майҙаны 3,6 мең квадрат метр тәшкил итәсәк, проекттың хаҡы 200 миллион һумға баһалана. Бында хоккей, фигуралы шыуыу һәм шорт-тректы үҫтерергә йыйыналар.
Ошонда уҡ Башҡортостан Башлығы Баймаҡ районының крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре һәм эшҡыуарҙар менән осрашты. Радий Хәбиров ер эшсәндәре һәм йүнселдәр менән иҡтисадҡа ярҙам күрһәтеү системаһын камиллаштырыу мәсьәләһен тикшерҙе.
– Беҙ республиканың Көньяҡ Урал райондарында әүҙем эшләйбеҙ һәм әле күрһәткән ярҙамдың етмәүен аңлайбыҙ, айырыуса ауыл хужалығы тармағына, – тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә төрлө юлдарҙы тикшерергә әҙербеҙ. Иң мөһиме – улар һеҙҙең өсөн файҙалы булһын.
Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, был далалы төбәк ауыр климат шарттары менән айырыла. Шуға күрә бында ауыл хужалығының өҫтөнлөклө йүнәлеше булып малсылыҡ тора.
Илшат Фәзрахманов 2020 йылда тамамланырға тейеш булған, әле ғәмәлдәге Көньяҡ Уралды комплекслы үҫтереү программаһын артабан дауам итергә тәҡдим итте. Был аграрийҙарҙы финанслау күләмен арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Былтыр Баймаҡ районы республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан 116 миллион һумлыҡ төрлө субсидиялар алған. Быйылғы план – 140 миллион һумдан ашыу, уның 118 миллион һумы түләнгән дә. Радий Хәбиров Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаровҡа йыл аҙағына тиклем Баймаҡ районына ҡалған сумманы түләп ҡуйырға ҡушты.
– Агросәнәғәт комплексын финанслау буйынса хәл еңел түгел, күп хужалыҡтар республика вәғәҙә иткән ярҙамды көтә. Беҙ уны мотлаҡ күрһәтәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Көньяҡ Уралды комплекслы үҫтереү программаһына килгәндә, 2021 йылда уны тәү сиратта иҡтисадҡа йүнәлтергә кәрәк, сөнки социаль тармаҡта беҙ бюджет инвестицияларын мөмкин булғанса һаҡлап ҡаласаҡбыҙ. Киләһе йылда Баймаҡ районының мөһим объекттарын төҙөүгә бер миллиард һум самаһы аҡса бүлмәксебеҙ.
Хужалыҡ етәкселәре үҙ сығыштарында ауылдарҙа эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә арналған көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләне. Был – фермерҙар һәм кооператив хәрәкәттәргә грант ярҙамы, тауарҙарын республика сауҙа селтәрҙәренә һәм Өфө менән Стәрлетамаҡ баҙарҙарында һатыуға булышлыҡ итеү.
“Бай” ауыл хужалығы кооперативын тәҡдим иткән эшҡыуар Рөстәм Әхмәтов һөт етештереү менән шөғөлләнә. Быйыл кооператив хужалыҡтары 265 тонна һөт етештергән. Сеймалдың бер өлөшөн улар үҙаллы эшкәртә һәм ҡорот етештерә.
Радий Хәбиров һөткә эске ихтыяжды арттырырға һәм бының өсөн районда “Һөт кухняһы” проекты сиктәрендә балалар туҡланыуы пунктын асырға тәҡдим итте.
Тағы бер көнүҙәк мәсьәлә – урман эшкәртеү менән шөғөлләнгән ҙур булмаған предприятиеларҙы сеймал менән тәьмин итеү. Башҡортостан Башлығы Хөкүмәткә бер аҙна эсендә урындағы эшҡыуарҙарға эш өсөн участкалар бүлеп биреү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.
Эшҡыуар Радмир Герфанов 2011 йылдан алып төҙөлөш тармағында эшләй. Уның пландарында – Баймаҡ ҡалаһында коворкинг-үҙәк булдырыуҙа ҡатнашыу. Эшҡыуар үҙәк нигеҙендә “Минең бизнес” филиалын асыуҙа ярҙам һораны. Филиалдың хеҙмәттәре бәләкәй бизнес субъекттары араһында ҙур ихтыяж менән файҙалана, тик уны алыу өсөн Өфөгә йөрөргә кәрәк.
Башҡортостан Башлығы башланғысты яҡланы һәм Хөкүмәткә филиалды асыу өсөн ойоштороу мәсьәләләрен хәл итергә ҡушты.
Бынан тыш, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар юл төҙөлөшө, сымһыҙ элемтә һәм интернет бәйләнешен киңәйтеү, төрлө предприятиелар һәм бәләкәй бизнестың заманса финанс мөмкинлектәр менән хеҙмәттәшлек системаһын булдырыу мәсьәләләрен ҡараны.
Осрашыу һуңында эшҡыуарҙар Башҡортостан Башлығына һәм республика Хөкүмәтенә бизнес проблемаларына иғтибарлы булғандары һәм ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
– Республиканың күп ҡалаларында коронавирусҡа бәйле хәл ҡатмарлаша. Һәм төп иғтибарҙы беҙ инфекция менән көрәшкә бүләбеҙ. Шуға күрә 2021 йылда ауыл хужалығына талап ителгәнсә күләмдәге ярҙам күрһәтеп булмаясаҡ. Тик барыбер аграрийҙарға финанслау күләмен бермә-бер арттыра алырбыҙ тип ышанам. Һәм бөгөн күтәрелгән күп мәсьәләләр ярҙамдың яңы программаларын сафҡа индергәндә сағылыш табасаҡ, – тине осрашыу һуңында Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.