Башҡортостанда ете меңдән ашыу эшҡыуар үҙ эшен үҫтереүгә льготалы программалар буйынса дәүләт ярҙамына эйә булған. Республикала финанс ярҙамы системаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы үҫтерелә.
Ошондай ярҙам сараларының береһе – Гарантия фондының поручителлеге. Ул банкка кредит алыу өсөн мөрәжәғәт иткән йүнселдәргә, йылына бер процентлыҡ ставка менән поручителлек тәҡдим итеп, ярҙам күрһәтергә әҙер.
Эшҡыуарҙарға шулай уҡ Лизинг фонды булышлыҡ итә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы биш йылға төп ставканың яртыһы күләмендә процент менән ете миллион һумға тиклем махсус техника, ҡорамалдар һатып алыуға лизинг бирә. Әле процент ставкаһы – йылына 2,125 процент, финанс учреждениелары менән сағыштырғанда был байтаҡҡа түбәнерәк.
Өсөнсө ярҙам институты – Инвестиция башланғыстарына булышлыҡ итеү фонды. Ул өс йылға төп ставканың 2/3 проценты менән 500 мең һумға тиклем заем бирә.