Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу” федераль проекты нигеҙендә Нуриман районында йүнселдәрҙең ыңғай образын танытыу йәһәтенән әүҙем эш алып барыла.
Күптән түгел Ҡыҙылъяр ауылында коворкинг-үҙәк асылғайны. Уның нигеҙендә байтаҡ саралар уҙғарыла. “Нуриман районында социаль селтәрҙәрҙе һәм блогтарҙы үҫтереү” йәштәр форумы шуларҙың береһе булды. Унда райондағы йәш эшҡыуарҙар саҡырылды.
Бынан тыш, уҡыу йылы дауамында мәктәптәрҙә һөнәри йүнәлеш биреү буйынса төрлө саралар үткәрелә. Уларҙа балалар үҙҙәренә ниндәй һөнәр тап килеүе тураһында файҙалы мәғлүмәт ала. Мәҫәлән, “Бомбанан һаҡланыу урыны” кеүек эшлекле уйындар барышында йәштәр үҙҙәрен төрлө шөғөлдәрҙә һынап ҡарай. “Һөнәрҙәр ҡалаһы Чадоград” проектына ярашлы балалар өсөн Өфөгә экскурсиялар ҙа ойошторола.
Фото: nuriman.bashkortostan.ru