Эшҡыуар
16 Ноябрь 2020, 16:30

Тиҙҙән тағы уҡыясаҡтар

Башҡортостан эшҡыуарҙары “Экспорт форсажы” уҡыуҙары барышында БДБ илдәре менән өс килешеү төҙөнө.

Өфөлә эшҡыуарҙарҙың икенсе төркөмөн “Экспорт форсажы” акселерация программаһы буйынса уҡытыу тамамланды. Һөҙөмтәлә унда ҡатнашҡандар Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан менән өс экспорт килешеүе төҙөнө.
“Экспортҡа йүнәлтелгән яңы ойошмаларҙы эҙләү, уларҙы сит баҙарға сығарыу – комитеттың төп мәсьәләләренең береһе. Шуға акселерация программаһын үткәреүҙә айырыуса ҡеүәт күрәбеҙ”, – тип хәбәр итте республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева курс тамамланыуға арналған тантаналы сарала.
Ул был программа буйынса уҡыуҙарҙың бушлай икәнлеге, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проектының “Бәләкәй һәм ҙур эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” федераль проектына, шулай уҡ “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының “Халыҡ-ара кооперация һәм экпортҡа ярҙам итеүҙең системалы саралары” федераль проектына ярашлы субсидияланыуы хаҡында белдерҙе.
Акселерация программаһы предприятиеның экспорт ҡеүәттәрен тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән һәм сит ил баҙарын һайлауҙан алып оптималь логистик маршрутты иҫәпләүгә тиклем, юғалтыуҙарҙы мөмкин тиклем булдырмау, сығымдарҙы кәметеү маҡсатында, экспорт проектын структуралаштырыуға тиклем системалы алымды формалаштырыуға йүнәлтелгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Экспорт форсажы” быйыл 21 июлдә старт алғайны. Программала төбәктәге төрлө тармаҡта эшмәкәрлек алып барған 12 компания – “Бурсервис-ЗБС”, “Востокнефтегаз”, “Башинком”, “МЕГИ” сауҙа йорто”, “Стройхимторг”, “Биохим-Реагент”, “Башҡорт фарфоры”, “Амма”, “Эколайн”, “Уралтехпром”, “Камея”, “Метта-Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре ҡатнашты.
Әле акселерация программаһының өсөнсө төркөмөнә йыйыу тамамланып бара. Ул быйыл декабрҙә старт алыр тип көтөлә.
Фото: республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге дәүләт комитеты.
Читайте нас