Эшҡыуар
20 Ноябрь 2020, 07:54

Эшҡыуарҙарға ниндәй ярҙам күрһәтелә?

Отошло мөмкинлектәр бар.

Тотош донъя халҡы әле һынауҙар осорон үтә: әллә күпме кеше COVID-19 менән сирләй һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был вирус таралыуын дауам итә. Ошо сәбәпле йәмғиәттә тынысһыҙлыҡ хөкөм һөрә. Ҡыҫҡаһы, йәшәйешебеҙҙең һәр тармағына үҙгәрештәр индерҙе был инфекция. Шул иҫәптән иҡтисадты ла урап үтмәне. Күптән түгел “Республика Башкортостан” гәзите онлайн тәртибендә республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова ҡатнашлығында ойошторған матбуғат конференцияһында һүҙ эшҡыуарҙар, уларға ярҙам итеү өсөн финанс институттары һәм башҡалар хаҡында барҙы.


Ниндәй финанс институттары бар?


Финанс институттары – эшҡы­уар­лыҡҡа ярҙам итеү өсөн финанс сараларына эйә үҫеш институттары. Мәҫәлән, уларҙың береһе – микрокредит компа­нияһы. Баҡтиһәң, күптәрҙе уның исеме шикләндерә икән: микрозаймдар менән бутайҙар.
Ысынбарлыҡта иһә был – ғәҙәти банк структураһы. Римма Бойцова белдереүенсә, уға 800 миллион һум аҡса һалынған, бында бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙарға Үҙәк банктың рефинанслау ставкаһы буйынса 4,25 ставкалы кредит бирелә. “Бындай ставка буйынса кредитты ғәҙәти банкта алып булмай. Унда улар күпкә юғарыраҡ – 8-10 процент”, – тип белдерҙе Римма Юрьевна. Әйткәндәй, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөллән­гәндәргә ғәҙәти коммерция банктарынан кредит алыу еңелдән түгел, шуға был микрофинанс ассоциацияһына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Уның ойоштороу­сыһы – Башҡортостан Республи­каһы Хөкүмәте. Был шәхси компания ла, шәхси милексе лә түгел. Шуның өсөн дә бында кредит алғанда ташламалар ҡаралған һәм шарттар ҙа бүтәнсәрәк.
Икенсе финанс институты – ул Төбәк лизинг компанияһы. Ул республика ҡоролмалары өсөн – дүрт, Рәсәй ҡоролмалары өсөн – алты, сит ил ҡоролмалары өсөн һигеҙ процент лизинг тәҡдим итә. Бынан тыш, тағы финанс институты бар. Ул Инвестиция башланғыстарына ярҙам итә: төп 2/3 ставкаһы менән өс йылға 500 мең һумға тиклем займдар бирә.
Бынан тыш, коворкингтар, финанс институттары менән бер рәттән, күп кенә ресурстарға юл аса. Нимә ул коворкинг? Инглиз теленән алынған был һүҙ “хеҙмәттәшлек” мәғәнәһен аңлата. Ә бындай урындарҙа эшләү нимәһе менән отошло һуң? Тәү сиратта коворкингтар өйҙә эшләй һәм башҡа офисты ҡуртымға ала алмағандар өсөн ҡулайлы, йәғни ошондай эшҡыуарҙар коворкинг-үҙәктәрҙә майҙанды ҡуртымға алыу мөмкинлегенә эйә. Икенсе төрлө әйткәндә, коворкинг – ул кәрәкле ваҡытҡа хеҙмәт урыны булдырыу.
Ҡыҫҡа ваҡытҡа, мәҫәлән, бер нисә сәғәткә, ай буйы ваҡыт менән сағыштырғанда, эш урынын ҡуртымға алыу, әлбиттә, күпкә отошлораҡ. Өҫтәүенә бындай үҙәктәрҙең күбеһе компьютер, сканер, принтер һәм башҡа оргтехника булған эш урындарын тәҡдим итә.
– Йәл, байтаҡ эшҡыуарҙар үҙҙәре файҙалана алырлыҡ ошондай продукттар хаҡында хәбәрҙар түгел. Өфөлә Мир урамындағы “Китапсыҡ”та урынды көнөнә 350 һумға ғына ҡуртымға алырға мөмкин. Әлегә был мәҙәниәт беҙгә килеп етмәгән. Ә Мәскәүҙә – ғәҙәти практика, – тип һөйләне Римма Бойцова.


Кредитты нисек алырға?


Шулай ҙа микрофинанс ойош­ма­һына күп кенә эшҡыуарҙар мөрәжәғәт итә икән. Әле “портфелдә” – 512 кредит. Бынан тыш, Гарантия фонды ла үҙ күләмен арттырған: ул миллиардтан ашыу гарантия биргән. Ә бына республиканың Лизинг фонды Башҡортостан ҡоролмаларын 4 процентҡа биреүе менән күптәрҙе үҙенә йәлеп итә. Әйткәндәй, әле Микрофинанс компанияһында 200 миллион һум тирәһе аҡса бар, тиелде онлайн-конференцияла, шуға күрә унда мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Нимә ул Гарантия фонды ярҙамы? Ул республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетына ҡарай. Ябайлаштырып әйткәндә, кредит һорап банкка мөрәжәғәт иткәндә, финанс ойошмаһы үҙенең хәүефһеҙлеге маҡсатында залог һорай.
Әлбиттә, уны барыһы ла тәҡдим итә алмай. Тап бына ошондай осраҡта Гарантия фонды эшҡыуарҙарға ярҙам итергә әҙер. Шулай итеп, был программаның үҙенсәлектәре – түбән хаҡ (йылына уртаса 1 процент), үтә күренмәле схема һәм һәр кем файҙалана алырлыҡ юғары сумма (25 миллион һум һәм унан да күберәк аҡса). Өҫтәүенә ҡарар тиҙ ҡабул ителә. Әйткәндәй, эшҡыуар Башҡортостанда теркәлһә һәм үҙ эшмәкәрлеген алып барған осраҡта был хеҙмәттән файҙалана ала. Бынан тыш, ул Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары реестрында торорға тейеш. Ошо талаптар үтәлһә, Гарантия фондына партнерҙарҙың береһе булараҡ мөрәжәғәт итергә мөмкин. Фондтың был программаһы буйынса байтаҡ ҡына банктар үҙ-ара хеҙмәттәшлек итә.
Шулай итеп, финанс институттары ҙур һорау менән файҙалана. Бынан тыш, кәсепселәргә башҡа ярҙам да күрһәтелә. Май-июнь айҙарында хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартмаған, уларҙың һанын 90 проценттан кәм булмаған кимәлдә һаҡлап алып ҡалған эшҡыуарҙар ошо ике ай эсендә эш хаҡын минималь кимәлдә – 12130 һум – алған. Бынан тыш, ташламалы кредиттар бирелгән. Өҫтәүенә 2 меңдән ашыу эшҡыуарға республика ярҙамы күрһәтелгән, улар муниципаль һәм республика объекттарын ҡуртымға алыуҙан азат ителгән. Тағы 500-гә яҡын кәсепсе йыл аҙағына тиклем ошо ярҙамдан файҙаланмаҡсы.



Кәсепселәр пандемия осорон нисек үткәрә?


Әле, коронавирус эпидемияһы сәбәпле, йәшәйешебеҙҙең һәр тармағы, шул иҫәптән эшҡыуарлыҡ та ниндәй ҙә булһа кимәлдә зыян күрә. Әммә тап ошо осорҙа кәсепселәр “Минең эшҡыуарлыҡ” үҙәгенең “ҡыҙыу телефоны”на – 8 (347) 224-99-99 – ярҙам һорап шылтырата ала, тип билдәләнде онлайн-конференцияла. Үҙәк белгестәре эшҡыуарҙарға кәңәштәр бирәсәк, документтарҙы йыйырға булышлыҡ итәсәк. Өҫтәүенә invest.rb. сайтында ла мәғлүмәт табырға мөмкин.
Бынан тыш, һәр муниципалитетта бизнес-шерифтар бар. Уларҙың мобиль телефондары район һәм ҡала хакимиәте сайттарында күрһәтелгән. Уларға үҙегеҙҙе борсоған һорауҙар менән шылтыратығыҙ. “Бөгөн һынау өсөн 20 бизнес-шерифҡа шылтыратып ҡараныҡ. Улар менән, ысынлап та, бәйләнешкә инеп һөйләшергә була. Һәр хәлдә секретарь телефонды ала, шылтыратыу хаҡында бизнес-шерифҡа әйтә һәм элемтә булдырыла”, – тип белдерҙе Рима Бойцова. Әйткәндәй, бизнес-шерифтар финанс кәңәшселәре кеүек ул, шуға күрә уларға мөрәжәғәт итергә кәрәк.


Күпме предприятие ябылған?


Республикала быйыл ябылған бәләкәй эшҡыуарлыҡ объекттары һаны, Волга буйы федераль округындағы күршеләр менән сағыштырғанда, аҙыраҡ, тип билдәләнде онлайн-конференцияла.
– Хәлдең ҡатмарлы икәнлеген күрәбеҙ, – тине Римма Бойцова. – Статистика – ауыр ғына тармаҡ ул. Шуға йыл аҙағындағы мәғлүмәттәрҙе ҡарарбыҙ. Ул ваҡытта аныҡ әйтергә мөмкин буласаҡ.
Әле хәл шундай: күршеләр менән сағыштырғанда, беҙҙә предприятиеларҙың аҙыраҡ проценты ябылған. Был нимәгә бәйле икәнлеген әйтә алмайым. Шулай уҡ ни өсөн күрше Свердловск өлкәһендә, беҙҙәге менән сағыштырғанда, эшҡыуарҙарҙың һаны 100 меңдән ашыу икәнлеген дә аңлатыуы ауыр. Халыҡ һаны буйынса сағыштырырлыҡ. Моғайын, менталитет та роль уйнайҙыр.
Башҡортостандың Эшҡыуар­лыҡ буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, төбәк илдә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары һаны буйынса – 65-се урында. “Бер йыл эсендә 67-се урындан күтәрелә алдыҡ. Ысынбарлыҡта иһә ҡайҙалыр аҫта “болғаныуыбыҙҙы” дауам итәбеҙ”.
Дөйөм алғанда, онлайн-конференцияла иҡтисад тармағы институттары, эшҡыуарҙарҙың ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү мөмкинлектәре һәм башҡалар хаҡында һүҙ барҙы. Инвестиция порталы, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, “Минең эшҡыуарлыҡ” һәм бизнес-шерифтарға ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү мөмкинлектәре тураһында ла әйтелде. “Коворкинг, индустриаль парктар яҡшы һөҙөмтәгә эйә. Улар, финанс инструменттары менән бер рәттән, күп ресурстарға юл аса. Тик күп кенә эшҡыуарҙар һәр кем ҡуллана алырлыҡ бына ошондай мөмкинлектәр хаҡында белмәй, – тип белдерҙе Римма Юрьевна.
Уның әйтеүенсә, бер эшҡыуар үҙҙәренә дәүләт ярҙамы – ташламалы программалар барлығы хаҡында хатта ишетмәгән дә.

– Бөгөн ул миңә шылтыратты, рәхмәт әйтте. “Ә мин белмә­гәнмен: барыһы ла эшләй икән” тине. Күп һөйләйбеҙ, яҙабыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мөмкинлектәр хаҡында белмәйҙәр икән, – тине комитет рәйесе.
Әйткәндәй, һәр башланған эштең барыбер һөҙөмтәһе була. Ошо ваҡытта тағы бер нәмә хаҡында оноторға ярамай: яңыраҡ эш асҡан йүнселдең үҙ эшенең оҫтаһына әйләнеп китеүе бик ихтимал, ә уй-маҡсаттарын уңышлы ғына атҡарған кәсепсе­ләрҙең үҙҙәренең эш проекттарын яҡшыртыуы һәм киңәйтеүе мөм­кин. Тап бына ошондай маҡсатта 25 октябрҙән 18 декабргә тиклем илебеҙҙәге 85 төбәктә эшҡыуар­лыҡ менән шөғөлләнгәндәр йәки планлаштырғандар өсөн “Үҙ эшҡыуарлығыңды ойоштор” тигән кәсепселек компетенциялары буйынса Бөтә Рәсәй турниры ойошторола.
Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм “Эшҡыуарлыҡ фабрикаһы” федераль белем биреү проекты үҙ эшеңде асыу һәм үҫтереү буйынса бына ошондай бизнес-симулятор уйлап сығарған. Өс этаптан торған сарала 14–56 йәшлектәр ҡатнаша ала. Бының өсөн https://businessturnir2020.ru һылтанмаһы буйынса инеп теркәлергә мөмкин. Әйткәндәй, был да һәйбәт мөмкинлектәрҙең береһе, шуға күрә файҙаланмай ҡалмағыҙ.

Читайте нас