Эшҡыуар
30 Ноябрь 2020, 09:30

Өфөлә - Халыҡ-ара форум

Дүрт көн дауамында эшҡыуарлыҡ, иҡтисадтың мөһим проблемалары тураһында һөйләшеү буласаҡ.

Беҙҙең республика йәнә Халыҡ-ара кимәлдәге ҙур иҡтисади сара ҡабул итәсәк. 8 декабрҙән алып 11 декабргә тиклем Өфөлә Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы – 2020 үтәсәк. Сара ҡушма форматта – онлайн һәм офлайн тәртиптә ойоштороласаҡ.
Аҙналыҡта төрлө илдәрҙән 600 спикер ҡатнашасаҡ, онлайн тәртиптә йәнә бер нисә мең кеше ҡушыласаҡ.
– Беҙ әле бик ҡыҙыҡ ваҡытта йәшәйбеҙ, нығыраҡ, көслөрәк була барабыҙ, тәжрибә туплайбыҙ. Республиканы тормоздан алдыҡ һәм ул алға китә башланы. Был федераль үҙәктең юғары баһаһы һәм һәйбәт иҡтисади күрһәткестәр менән дәлилләнә. Беҙҙең мөһим бурыс – артабан иҡтисадты үҫтереү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, инвестициялар йәлеп итеү. Киләһе йыл беҙҙең өсөн дә, ил өсөн дә еңел булмаясаҡ, тик беҙ ышаныс менән киләсәккә ҡарайбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы майҙансыҡта сикләнгән кешеләр һаны менән үтәсәк, ә виртуаль киңлектә уны бик күптәр ҡарай аласаҡ. Эшлекле программаны онлайн тәртиптә ibw-bashkortostan.com сайтында теркәлгән һәр кем күҙәтә аласаҡ. Ҡараусылар һәм спикерҙар тура эфирҙа фекер алышасаҡ. Был формат форумды хәүефһеҙ һәм һөҙөмтәле үткәреү мөмкинлеге бирәсәк.
Форумдың эшлекле програмаһы дүрт көнгә иҫәпләнгән, ул ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡ, туризм, иҡтисад һәм экспортҡа арналасаҡ.
8 декабрҙә аҙналыҡ сиктәрендә ШОС һәм БРИКС-та ҡатнашыусы ил төбәктәренең VI бәләкәй һәм урта бизнес форумы үтәсәк. Көнүҙәк мәсьәләләр буйынса панелле дискуссиялар, фекер алышыуҙар ҡаралған. Унда федераль министрлыҡ вәкилдәре, Һиндостан, Ҡытай һәм башҡа илдәрҙән белгестәр һәм башҡа бик күп эксперттар ҡатнашасаҡ.
Форум сиктәрендә Бөтә донъя Фольклориадаһының исем туйы ла үтәсәк. Ә кисен “Сosmopolitan”-дың “Сиктәрһеҙ милли мода” проекты буласаҡ. Унда халыҡ-ара, Рәсәй һәм Башҡортостан дизайнерҙары үҙ эштәре өлгөләрен күрһәтәсәк. Проекттың төп маҡсаты – төбәктәрҙә еңел сәнәғәт индустрияһына иғтибарҙы арттырыу, Рәсәй дизайнер йәмәғәтселеген йәлеп итеү, был тармаҡтағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа, шулай уҡ башлап торған дизайнерҙарға ярҙам итеү.
Форумдың икенсе көнө Рәсәй бизнесына арналасаҡ. 10 декабрҙә Туризм көнө көтөлә, 11 декабрҙә иҡтисад һәм экспортты үҫтереүҙең яңы юлдары тураһында һөйләшәсәктәр.
Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығын Башҡортостан Хөкүмәте ойоштора.
Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының рәсми вәкиле Мария Захарова Өфөлә үтәсәк форум тураһында үҙ фекерен белдерҙе.
– Форумдың бурыстары – донъялағы әлеге иҡтисади хәлдә эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләрен асыҡлау һәм тикшереү. Көтөлөүенсә, эшҡыуарлыҡ аҙнаһында 10 мең самаһы онлайн ҡатнашыусы буласаҡ, һәм миллионлаған кеше уны ҡараясаҡ, – тине ул.
Читайте нас