Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының “Киләсәк фабрикаһы” инновациялы эшҡыуарлыҡ йорто ижади йәштәргә һәм инновациялы йүнселдәргә йүнәлтелгән күп функциялы йәмәғәт киңлегенә әүерелде.
Быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу нигеҙендә “Киләсәк фабрикаһы”ның мөмкинлектәре тағы ла киңәйә төштө, бизнесты үҫтереү йәһәтенән өр-яңы институттар барлыҡҡа килде.
Ошондай миҫалдарҙың береһе – Рөстәм Вәлиевтең “IT эволюцияһы” проекты. Ул 3D голограммалары технологияһын үҫтереү буйынса стартап булараҡ башланған. “3D технологиялары трансформацияһы арауыҡтағы кешене йәки әйберҙе эргәләге кеүек тойоу мөмкинлеген бирә. Үҙ-ара бәйләнештең арауыҡтағы алымдары – бөгөнгө ысынбарлыҡ талабы ул, – ти Рөстәм Вәлиев. – Һәм беҙ бындай алдынғы технологияларҙы үҙебеҙҙә, Башҡортостанда булдырабыҙ”.
Республиканың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы “IT эволюцияһы”на әүҙем булышлыҡ итә. Әле уҡыу үҙәген асыу һәм етештереүҙе яйға һалыу мәсьәләһе хәл ителә.
#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: biznestur.bashkortostan.ru