Силәбе өлкәһендә барған Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәренә ярашлы, бөгөн онлайн алымда "Бизнес-Ҡоролтай" уҙҙы. Унда Башҡортостанда, Силәбе өлкәһендә һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә эшмәкәрлек алып барған йүнселдәр ҡатнашты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эшҡыуарлыҡ буйынса комиссияһы координаторы Рәшит Шәйҙуллин бәләкәй эшҡыуарлыҡтың көнүҙәк проблемалары тураһында һөйләне. Шулай уҡ, төп мәсьәләләрҙең береһе булараҡ, ҡулланыусылар кооперацияһының үҫеш мөмкинлектәре ҡаралды.
"2012 йылдан уҡ халыҡтың килеме әҙәйеүе күҙәтелә башланы, ҡулланыусылар ихтыяжы кәмене, һәм ошо проблемаларға коронавирус пандемияһына бәйле сикләүҙәр ҙә өҫтәлде. Бөгөн бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа еңелдән түгел. Йүнселдәргә эре аҙыҡ-түлек ритейлдары ла үҫешергә мөмкинлек бирмәй. Эре етештереүселәрҙең арзан хаҡтары "өй янындағы" кибеттәрҙең һатып алыусылары һанына кире йоғонто яһай. Көҙгө һәм ял көндәрендәге йәрминкәләр ҙә бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең хәлен еңеләйтмәй. Социаль селтәрҙәрҙәге һәм мессенджерҙарҙағы иғландар ҙа тауар һатыуға артыҡ ҙур үҙгәрештәр индермәй, — тине Рәшит Шәйҙуллин. — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы дәүләт ведомстволары һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ йөҙөндә йәмғиәт араһында аралашсы булараҡ сығыш яһай. Шуға күрә Эшҡыуарлыҡ буйынса комиссия бизнес-йәмәғәтселектең проблемаларын күреп кенә ҡалмай, ә алдан тоя тип тә әйтергә мөмкин. Форумдың маҡсаты — эшҡыуарҙар, шәхси хужалыҡтар, үҙмәшғүлдәргә «көслө булыу өсөн ҙурайырға кәрәк, шул уҡ ваҡытта бәләкәй көйө һығылмалы булырға мөмкин» икәнен аңлатыу".
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Силәбе өлкәһе эшҡыуарҙарының эшмәкәрлеге менән танышты. Уларҙың береһе – Силәбе ҡалаһынан шоколад эшләүсе, интернет-кибет хужабикәһе Зөбәйрә Сабирова.
"Мин шоколад кәнфиттәре эшләйем. Был тәмлекәс — эш тә, бизнес та, күңелемә ятҡан шөғөл дә. Эшҡыуарлыҡ буйынса яңыраҡ үҫешә башланым. Кәңәшмәлә файҙалы танышлыҡтар булды, хеҙмәттәшлеккә әҙермен", — ти Зөбәйрә Сабирова.
Эшҡыуарлыҡ комиссияһы координаторы Рәшит Шәйҙуллин "Урал легендалары" этнополисының концерт-проекты менән таныштырҙы. Ул "Башҡортостан легендалары" эске туризм проектына ҡарай. Уны ойоштороусылар, был туристик проект башҡорт халыҡ ижадын һәм Башҡортостандың күркәм тәбиғәтен берләштерәсәк, тигән фекерҙә.
Көйөргәҙе районында урынлашҡан "Яҡут" һаулыҡ нығытыу комплексының генераль директоры Рәмил Юлбарыҫов туризмды үҫтереү мөмкинлектәре тураһында һөйләне.
"Яҡут күле — Башҡортостандың тәбиғи ҡомартҡыларының береһе. Ул күберәк "Яҡут тоҙло шишмәһе" исеме менән билдәле. Минераль һыуы һәм файҙалы батҡағы өсөн Яҡутҡа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән киләләр. Проекттың башланғысында — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан "Башҡортостан легендалары" проектын үҫтереү өсөн ойошторолған эшҡыуарҙар төркөмө. "Яҡут" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте "2019 - 2025 йылдарҙа эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү" федераль программаһына инде", — тине Рәмил Юлбарыҫов.
Форумдың дискуссия өлөшөндә милли эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса фекер алышыу ойошторолдо һәм әле үк хеҙмәттәшлек башлау буйынса аныҡ юлдар ҡаралды. Зөбәйрә Сабированың презентацияһы ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Кооператорҙар шоколадты башҡорт брендтары менән байытыу, ә Башҡортостан дәүләт аграр университетының ит, һөт ризыҡтары һәм химия кафедраһы мөдире Ирина Миронова рецептура, технология һәм буласаҡ «шоколадсы»ларҙы уҡытыу буйынса тәҡдим индерҙе.