Ошо көндәрҙә “Экспорт форсажы” акселерация программаһы буйынса уҡытыуҙың өсөнсө этабы башланды. Унда Башҡортостандан 22 компания-етештереүсе ҡатнаша.
Был программа предприятиеларҙың экспорт ҡеүәтен үҫтереүгә һәм сит ил баҙарын һайлауҙан алып хәүефте һәм сығымды кәметеп, ҡулай логистик маршрутты иҫәпләп сығарыуға тиклем экспорт проектын төҙөүгә системалы ҡараш булдырыуға йүнәлтелә. Унда ҡатнашҡан компанияға уҡытыусылар һәм трекерҙар һәр йәһәттән ярҙам итә.
Программала ҡатнашыуҙың маҡсаты – тышҡы сауҙа килешеүҙәре төҙөү. Быйыл ойошторолған тәүге ике уҡыуҙарҙа республиканан 22 компания ҡатнашҡан. Шуларҙың туғыҙы сит ил партнерҙары менән 11 килешеү төҙөп, экспорт эшмәкәрлеген башлаған да инде.
Акселерация программаһы республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекттарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: foreign.bashkortostan.ru