Эшҡыуар
8 Декабрь 2020, 09:00

Кешеләргә ярҙам иткәндәр бүләкләнде

Конкурстың төбәк этабында еңеү яулаған 23 йүнсел республикабыҙҙы федераль кимәлдә танытасаҡ.

Өфөлә “Йылдың иң яҡшы социаль проекты” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеп сыҡҡан социаль эшҡыуарҙарҙы бүләкләнеләр. Конкурстың төбәк этабында еңеү яулаған 23 йүнсел республикабыҙҙы федераль кимәлдә танытасаҡ.
Конкурс Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Ул социаль эшҡыуарлыҡтың иң яҡшы проекттарын һәм практикаларын танытыуға, бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарын үҫтереүгә йүнәлтелә.
Быйыл төбәк этабының ойоштороу комитетына 56 ғариза тапшырылғайны. Эксперт комиссияһы бер нисә номинация буйынса еңеүселәрҙе билдәләне. Атап әйткәндә, социаль хеҙмәтләндереү, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам күрһәтеү һәм уларҙы реабилитациялау, балаларға өҫтәмә белем биреү, социаль туризм, физик культура һәм спорт, реабилитациялау саралары һәм IT-технологиялар, мәшғүллекте тәьмин итеү һәм мәҙәни-ағартыу эшмәкәрлеге өлкәһендәге социаль эшҡыуарлыҡтың иң яҡшы проекттары һайлап алынды.
Фото: biznestur.bashkortostan.ru
Читайте нас