Быйыл ғинуар-сентябрҙә Башҡортостандағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының сеймалға һәм энергетикаға ҡарамаған экспорты күләме 37,6 миллион долларға (20 процент самаһына) артып, 229 миллион доллар тәшкил иткән.
Мәғлүм булыуынса, республикала экспортҡа ярҙам итеү һәм уны дәртләндереү йәһәтенән һөҙөмтәле саралар күрелә. Улар иҫәбенә шулай уҡ экспортлаусыларҙың логистикаға, халыҡ-ара сертификацияға һәм “экспорт кешбегы”на сығымының бер өлөшөн субсидиялау ҙа инә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән ғәмәлгә индерелгән төбәк муниципалитеттарында бизнес шерифтарының эш практикаһы ла үҙенең әһәмиәтен күрһәтте.
Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге менән берлектә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, Башҡортостандағы муниципалитеттар менән уларҙағы предприятиеларҙы экспорт эшмәкәрлегенә йәлеп итеү йәһәтенән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Пандемия арҡаһында быйыл экспорт күрһәткестәренең дөйөм түбәнәйеүе күҙәтелһә лә, тап бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары сеймалға һәм энергетикаға ҡарамаған экспорт күләменең 20 процентҡа артыуын тәьмин иткән.
Фото: foreign.bashkortostan.ru