Эшҡыуар
18 Декабрь 2020, 07:41

Билде биштән быуған Бишенде

Был алдынғы хужалыҡҡа төрлө райондарҙан эш һорап киләләр.

Туймазы районының “Бишенде” ауыл хужалығы кооперативы тураһында беҙҙең гәзит беренсе тапҡыр ғына яҙмай. Күп тармаҡлы, һәр саҡ юғары күрһәткестәргә өлгәшкән, социаль мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итә барған был кооператив иғтибарҙы йәлеп итмәҫлек тә түгел шул. Ундайҙар хатта беҙҙең алдынғы республикала ла күп тип булмай. Бөтә уңыштар етәксегә бәйле һәм уларҙың серен дә ул ғына белә. Әле беҙ ошо директор Вингаль Усман улы ФАЗЛЫӘХМӘТОВ менән хужалыҡты байҡап йөрөйбөҙ.



Һынауҙарҙы үткән уҙаман


– Һеҙ “Бишенде”гә төрлө райондарҙан, бынан алыҫтағы Хәйбулла, Әбйәлил, Йылайыр яҡтарынан да килеп эшләйҙәр тиһегеҙ, ә был хәтлем кешегә йәшәр урын нисек етә? – тип һорамай булдырманым унан.
Вингаль Усман улы ат һарайына инеп барған ерҙән туҡтап йыл­майҙы:

– Белгестәр өсөн бөтә уңай­лыҡтары булған 28 фатир төҙөнөк, шунда йәшәйҙәр. Улары эш осоронда йәшәү өсөн, йәғни коопе­ративтыҡы. Ә баш инженер, баш агроном һәм башҡа белгестәргә айырым йорттар төҙөп бирҙек, уларҙы хужалары күптән хосу­силаштырған да инде.
Эйе, барыһы ла етәксенән тора шул. Хужалыҡтың республиканың ғына түгел, ә Рәсәйҙең ауыл хужалығы предприятиелары өсөн дә өлгө булып тороуының серен белеү өсөн Вингаль Усман улының биографияһына бер аҙға күҙ һалыу ҙа етә. Ул 1982 йылда уҡ әле бындағы хужалыҡта (ул саҡта совхоз булған) идарасы вазифаһында эш башлай. 1989 йылда үҙенең хеҙмәт бурыстарын башҡарыуҙа ла, кешеләр менән мөғәмәләлә лә, етештереүҙә алдынғы һәм отошло ысулдар ҡуллана белеүҙә лә ыңғай яҡтан күрһәткән белгесте коллектив йыйылышында йәшерен тауыш биреү юлы менән директор итеп һайлайҙар. Тимәк, уның ошо вазифала эшләүенә генә лә утыҙ йылдан ашыу. Шулай итеп, Вингаль Усман улы Фазлыәхмәтов – совет заманындағы хужалыҡ итеү рәүешен дә, үҙгәртеп ҡороу йылдарының ҡаты һынауҙарын да үткән һәм хәҙерге баҙар иҡтиса­дына уның асылын тәрән аңлап барып ингән етәксе.


Мал йәнле кешеләр йәшәй бында


Хужалыҡтың төп шөғөлө – малсылыҡ. Был йүнәлештә лә алдынғы технологиялар әүҙем һәм үҙ ваҡытында индерелгән “Бишенде” йәмғиәтендә электән малсылыҡ тармағына иғти­бар ҙур. Әйтеү­ҙәренсә, предприятие алған табыштың да төп өлөшө малсылыҡ продукцияһынан килә. Һөт малсылығының, мәҫәлән, көн дә аҡса килтерә торған тармаҡ икәне барыбыҙға ла мәғлүм. Селекция һәм тоҡомсолоҡ эше лә бында һәйбәт кимәлдә. Яңыртылған, донъяла киң билдәле “Де Лаваль” компанияһынан алынған йыһаздар ҡороп ултыртылған фермала юғары етештереүсәнле ҡара-сыбар, “лимузин” һәм башҡа тоҡомло һыйырҙар аҫрала. Эш шарттары ла заманса бында.
– Баҫыуҙарҙан да уңышты мул йыйып алабыҙ былай, әммә, баҙарҙа ашлыҡҡа хаҡ бер аҙ күтә­релһә лә, уны күпләп һатмайбыҙ, сөнки беҙҙең шарттарҙа иген фуражын малға ашатып, ит-һөттө күберәк етештереп һатыу отошлораҡ, – ти тәжрибәле етәксе.
Ат һарайына инәбеҙ. Һәр мал үҙ утлыҡсаһында кәртәләнгән, һәр ҡайһыһының паспорты бар: беҙ беренсе туҡтап үткән аттың исеме Фальцет, әсәһе – Фракия, атаһы – Альхазан, 2012 йылдың апрелендә тыуған; ә быныһы – Амалия исемле бейә, әсәһе – Астима, атаһы – мастер Джин, 2014 йылғы... Улар көн дә егергә тәғәйенләнгән йылҡы түгел, ә ярыштарҙа приздар яулаған, әле һатып алыусыһын көткән малҡайҙар. Әлбиттә, хаҡтары ла юғары.
Вингаль Усман улын мал йәнле кеше тип атайҙар. Уның һәр малға һоҡланып баҡҡанын һиҙмәү мөмкин түгел. “Ә быныһы Рамзан Ҡадировтың атынан һуң икенсе килде”, – ти ул, сираттағы атҡа күрһәтеп.
Һарайҙарҙан ихатаға сыҡһаң, эш ҡайнап торғаны тағы ла асығыраҡ күренә. Ялан кәртәләге ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы был майҙандың буйынан-буйына һуҙылған утлыҡсанан башын да алмай. Улар һимертеүгә ҡуйылған ит малы шул, көнө-төнө ашауҙан бушамайҙар (“Ҡар яуып өҫтәре бысранған, фотоға төшөрөү өсөн матур түгел бит әле”, – тип борсолдо директор).


Янған ферма янмағанынан һәйбәтерәк


Быйыл йәй “Бишенде” кооперативы ҡазаға ла осраған: ике ферма янған. Ярай әле кешеләргә зыян килмәгән, малдар ҙа көтөүлектә булып ҡалған. Тәбиғи, бында, һәр ваҡыттағыса, кеше үҙе ғәйепле: төшкө ялға туҡтағанда иретеп йәбештереү аппаратын һүндер­мәгән төҙөүсе-ремонтсылар ҙа, килеү менән туҡланыу мәсьәләһен алға ҡуйған янғын һүндереүселәр ҙә... Ут та бер бинанан икенсеһенә күсеп өлгөрмәҫ ине, моғайын...
– Фермаларҙы ремонтлауға ғына 20 миллион һум аҡса китте, – тип көрһөндө Вингаль Усман улы. – Бына әле алдығыҙҙа өйөлөп ятҡан “Технониколь” минераль мамыҡ плитәләре өсөн генә лә 500 мең һум самаһы түләнек, ә был металл арматураға 100 мең һум тотонолдо...
Һәр зыянды үҙе күтәреп өйрәнгән хужалыҡ фермаларҙы аяҡҡа баҫтырыу эшенә лә дәррәү тотона. Яңы ҡоролош һәр саҡ элеккеһенән һәйбәтерәк, әлбиттә, һәм бында ла шулай: материалдар яңы, ҡоролмалар замансараҡ. Яңыртылған корпустың һауын бүлексәһендә, мәҫәлән, элекке һигеҙ һауынсы урынына хәҙер икәү генә эшләй башлаған, ҡалғандарын башҡа эш урындарына күсереү мөмкинлеге тыуған.


Заманы өсөн ауыр мәсьәлә


Коллектив ауыл хужалығы предприятиеһы өсөн ҙур ғына. Дөйөм алғанда, 40-50 кеше эшләй бында, уңыш йыйыу миҙгелендә эшләгәндәр һаны туҡһанға етә икән.
Һәр ерҙәгесә, был хужалыҡ та тәжрибәле һәм ышаныслы кадрҙарға таяна. Был тәңгәлдә утыҙ йыл буйы ферма мөдире булып эшләгән Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙ­мәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәшиҙә Ғималет­ди­нованы, Башҡортостандың атҡа­ҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре агроном Гөлфиә Муллахмәтованы, келәт мөдире Флүзә Ғәфиәтул­линаны һәм башҡаларҙы телгә алыу ҙа етә.
Әммә, башҡа предприятие­ларҙағы кеүек үк, бында ла эшләргә кешеләр еткереү ауыр мәсьәлә булып тора. “Миҙгелдең ҡыҙыу мәлендә эшләргә кеше табыу – үлем менән бер инде ул”, – тине кадрҙар менән тиҫтәләрсә йыл шөғөлләнгән етәксе. Бер ҡараһаң, эш хаҡы ла арыу ғына: комбай­нерҙар, мәҫәлән, ураҡ мәлендә айына 80–100 мең һум ала икән. Хәйер, эш хаҡы аҙ булһа, әллә ҡайҙарҙағы райондарҙан килеп төпләнерҙәр инеме ни?! Шуға тағы эшкә килгәндәргә торлаҡ мәсьә­ләһен хәл итергә кәрәкмәгәнлеген, ашханала бушлай ашатыуҙарын да өҫтәһәк... Күрәһең, ауыл хужа­лығы кеүек физик көс талап иткән тармаҡтарҙа эшләргә замандаш­тарыбыҙ ялҡаулана бара.
Вингаль Усман улы менән әңгәмәләшкәндә бер нәмә күңелде ҡырмай ҡалдырманы: илдең ауыл хужалығын үҫтереүгә бик һирәк кеше менән сағыштырырлыҡ тырышлығын һәм ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен биргән белгестең пенсияһы уртаса кимәлдән дә түбәнерәк. Дөрөҫ, аҡһаҡалдың үҙенең быға һис иҫе китмәй. Ни өсөн тиһәң, уның эшен дауам итеүселәр бар: ошо уҡ хужалыҡта Вингаль Усман улының бер туған ҡустыһы, йәмғиәттең тағы бер ойоштороусыһы, Башҡортостан ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре Илдар Усман улы Фазлыәхмәтов бар, бынан тыш ике ҡыҙы, кейәүҙәре – ошо уҡ хужалыҡта ышаныслы белгестәр.
Ауылдағы социаль мәсьәлә­ләрҙе хәл итеү ҙә был хужалыҡҡа ҡаҡшамаҫ ихтирам булдырған: Үрге Бишенде ауылында иман йорто төҙөлөүенә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр иҫтәлегенә һәйкәл ҡалҡыуына, быйыл ауылдағы мәктәптә үҙгәртеп ҡороу үткәреүҙә лә Вингаль Усман улы сәбәпсе. Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөндә, башҡа байрамдарҙа эшселәрҙе бүләк­ләүҙе һәм хөрмәтләүҙе лә бында матур йола итеп күрергә ғәҙәт­ләнгәндәр.

Реклама
Читайте нас