Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса проект комитеты ултырышын үткәрҙе.
Унда биш төбәк проектын тормошҡа ашырыуҙың яҡынса йомғаҡтары тикшерелде. Был проекттарҙың төп маҡсаты – эшҡыуарға бизнес циклының бөтә этаптарында – эш башларға ниәтләүҙән һәм уны теркәүҙән алып финанс һәм башҡа ярҙамға эйә булыуға, эште киңәйтеүгә, экспортҡа сығыуға тиклем – булышлыҡ итеү. Быйыл ошо маҡсатҡа 1,3 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралғайны.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының финанс ярҙамға эйә булыу мөмкинлеген киңәйтеү” төбәк проекты нигеҙендә йүнселдәргә өр-яңы ике төрлө финанс ярҙамы тәҡдим ителде – банк кредитын рефинанслау һәм килешеүҙәрҙе үтәү өсөн заем биреү. Быйыл ғына 530-ға яҡын микрозаем бирелгән.
Ултырышта белдереүҙәренсә, Башҡортостанда милли проекттың планлаштырылған һөҙөмтәләренә һәм айырым маҡсатлы күрһәткестәренә бөтә йәһәттән дә өлгәшелгән.
Фото: srk.nationalpriority.ru