Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Ижтимағи-иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса комиссияһы ойошторған йомғаҡлау кәңәшмәһе “Башҡортостан Республикаһы иҡтисадында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә һанлаштырыу, кооперация һәм эске туризм тармаҡтары ҡатнашлығы” тигән темаға арналды.
Сарала республиканың министрлыҡтары һәм ведомстволары, юғары уҡыу йорттары вәкилдәре, эшҡыуарҙар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары ҡатнашты.
Кәңәшмә барышында киләһе бизнес-ҡоролтайҙа сит илдәрҙәге эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлек итеү кәрәклеге тураһында әйтелде. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, сит илдәрҙәге йүнселдәр менән тәжрибә уртаҡлашыу өсөн нигеҙ бар.
“Эшҡыуарҙар беҙгә “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән башҡорттар ғына хеҙмәттәшлек итә аламы?” тигән һорауҙы йыш бирә. “Башҡорт бизнесы”, “башҡортса эшҡыуарлыҡ” тигәндә беҙ күберәк этник түгел, ә территориаль мәғәнәне күҙ уңында тотабыҙ. Башҡорт традицияларын, башҡорт продуктының юғары сифатын һаҡлау буйынса эш алып барабыҙ”, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Ижтимағи-иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса комиссияһы алдынғы ҡарашлы эшҡыуарҙар, белгестәр һәм ғалимдарҙы туплап, концепт-проекттарға тотондо. Был проекттар дәүләттән ҙур аҡса алмай, кесе эшҡыуарлыҡты юғары кимәлгә күтәреү өсөн шарттар тыуҙырыуҙы күҙаллай.
“Һәр проектта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының координацион роле булырға тейеш, тип уйлайбыҙ. Был, үҙ сиратында, бизнестың йәмәғәт-дәүләт партнерлығына нигеҙ һаласаҡ. Координациялау эшен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ойошторолған комитет йәки проект офистары аша башҡарыу мөһим”, – ти Ижтимағи-иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса комиссия координаторы Рәшит Шәйҙуллин.
Эшҡыуарлыҡ буйынса комиссия Һанлаштырылған бизнес-платформа ойоштороу, ҡулланыусылар кооперацияһы, эске туризм буйынса “Башҡортостан легендалары” проектын тәҡдим итте. Ул бер нисә концепт-проектынан тора:
Өфөнән алыҫ түгел “Урал легендалары этнополисы” туризм майҙансығы; “Яҡут” дауалау-туризм комплексы; “Башҡортостандың йәшмә, алтын һәм баҡыр билбауы” төбәк инновацион мәғариф-туризм кластерын үҫтереү; Башҡортостан юл буйы комплекстарында хеҙмәтләндереү һәм автовокзалдар, автостанциялар селтәрендә тарихи-мәҙәни һәм туризм витриналарын ойоштороу буйынса тәҡдимдәр. Рөстәм Моратов үҙенең сығышында тәҡдим ителгән башланғыстарҙы ыңғай яҡтан билдәләп үтте. Вице-премьер әйтеүенсә, уларҙың ҡайһы берҙәре республика Хөкүмәте тарафынан тормошҡа ашырыла, шуға ҡарамаҫтан, яңы идеялар иғтибарға лайыҡ һәм, һис шикһеҙ, уларҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтеләсәк.
“Бизнес-ҡоролтай инде өсөнсө тапҡыр үткәрелә. Беҙ бергә эшләйбеҙ һәм ошо берҙәм тырышлыҡ арҡылы стратегик яҡтан мөһим йүнәлештәр – туризм, этнопродукт, фермерлыҡ, кооперацияла уңыштарға өлгәшәбеҙ. Был проекттарҙың, дөйөм иҡтисадтыҡы кеүек үк, үҙ йөҙө, үҙенсәлектәре булырға тейеш. Был эшмәкәрлек республика иҡтисадын үҫтереүҙә лә әһәмиәткә эйә. Киләһе бизнес-ҡоролтай халыҡ-ара кимәлдә үтергә тейеш. Ҡоролтайҙың бүлексәләре сит илдәрҙә лә эшләй. Беҙҙең сит илдәге коллегалар менән уртаҡлашыр тәжрибәләребеҙ бар”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Материал Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайты мәғлүмәттәренә таянып әҙерләнде.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан - kurultai.ru