Эшҡыуар
25 Декабрь 2020, 08:00

Әхмәровтар сауҙа ла итә, туризмды ла үҫтерә

Яңы алған кредитты йүнселдәр әйләнештәге аҡсаны тулыландырыуға тотонған.

Башҡортостандағы Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү агентлығының төбәк гарантиялар фонды шәхси эшҡыуар И.А. Әхмәровҡа поручитель булып, 10 миллион һум кредит алырға ярҙам итте.
Был эш Әхмәровтарҙың ғаилә бизнесы булып тора. Төп эшмәкәрлек төрө – “Татлы төш” сауҙа комплексында аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш тауарҙары һатыу. Эшҡыуар урындағы туризмды ла үҫтерә: “Башҡортостан” милли паркында урынлашҡан Нөгөш” туристик комплексында үҙенең ял базаһын ойошторған. Йәй көндәрендә шунда кафе, мунса, һыу техникаһы прокаты хеҙмәтен күрһәтә. Яңы алған кредитты йүнселдәр әйләнештәге аҡсаны тулыландырыуға тотонған.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостандағы гарантия фонды Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, республика йүнселдәренә финанс ярҙамы күрһәтә.
Фото: vk.com
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас