Эшҡыуар
26 Декабрь 2020, 16:00

Быйма артынан ҡайҙа барырға?

Ниндәйе генә юҡ - ағы, ҡараһы, биҙәклеһе, сәскәлеһе - йәнең ни теләй, барыһы бар.

Һораша торғас, белдек: Ҡыш бабай өсөн быймаларҙы ҡайҙа баҫҡандарын һәм был йомшаҡайҙарҙы ҡайһы баҙарҙа һатҡандарын. “Салауат ерендә”район гәзите хеҙмәткәрҙәре “сер”ҙе систе.
Баҡһаң, Салауат районының Малаяҙ ауылы баҙарында Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ оҫталары баҫҡан быймалар тулып ята! Ниндәйе генә юҡ - ағы, ҡараһы, биҙәклеһе, сәскәлеһе - йәнең ни теләй, барыһы бар. Бөтәһе лә ҡулдан баҫылған, оҫталарҙың ҡул йылыһы ғына түгел, күңел йылыһы ла һалынған. Был йылы аяҡ кейемдәре ҡара һыуыҡта ла аяҡтарыңды өшөтмәҫ.
Оҙаҡламай ҡунаҡҡа киләсәк Салауат районы Ҡыш бабайы өсөн быйма баҫыусыларға 41-се үлсәмдәге аҡ быймаға заказ да бирелгән. Кем биргән был күрһәтмәне? Әлбиттә, райондың мәҙәниәт йорто.
Оҙаҡламай салауаттарҙы Яңы йыл менән ҡотларға килергә йыйынған Ҡыш бабайҙың быймаһы әҙер буласаҡ, тимәк, ул балаларҙы ла, өлкәндәрҙе лә бүләктәре, йор һүҙҙәре менән һөйөндөрә аласаҡ.
Шамил Әхмәтшин фотоһы.
Читайте нас