Эшҡыуар
26 Декабрь 2020, 11:00

Хәбибрахмановтар яңы баҙарҙы үҙләштермәксе

Был фермер хужалығында әле 270 кеше эшләй.

Бүздәк районында йәшелсә үҫтереү өсөн теплица комплексы төҙөү буйынса күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашырған эшҡыуар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектына ҡушылырға ниәтләй.
Был фермер хужалығында әле 270 кеше эшләй. Етештереү эшмәкәрлеге туҡтап тормай, персонал ҡыҫҡартылмай. Инвестор шулай уҡ киптереү-сорттарға айырыу комплексы төҙөү менән мәшғүл. Милли проектта ҡатнашыу нигеҙендә фермер хужалығы табышты 8-10 процентҡа арттырыуҙы планлаштыра.
“Беҙгә һаҡсыл етештереүҙе үҙләштереп, уның алымдарын файҙаланыу бик ҡыҙыҡ. Милли проектта ҡатнашып, конкурентлыҡҡа һәләтле, һөҙөмтәле етештереүсегә әүерелергә, продукцияны һатыу өсөн яңы баҙарҙарға сығырға, юғалтыуҙарҙы кәметергә, өр-яңы технологияларҙы ғәмәлгә индерергә һәм ҡорамалдарҙы яңыртылға ниәтләйбеҙ. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәребеҙгә эш хаҡын да арттырыу күҙаллана”, – тине кәрҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Шафоат Хәбибрахманова.
Фото: mcx.gov.ru
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас