Эшҡыуар
9 Ғинуар 2021, 17:30

Өфө ҡыҙы быйма баҫа

Оҫта сувенир быймаларҙы бер сәғәт эсендә әүәләй...

Альбина Мәжитова бына сирек быуат инде быйма баҫыу менән шөғөлләнә. Биш йәшлек сағында ата-әсәһе ҡыҙға үҙенсәлекле һөнәр серҙәрен өйрәткән. Хәҙер ул Альбина өсөн хобби ғына түгел, ә өҫтәмә матди ярҙам да.
Бәләкәй сағында Салауат районының Лаҡлы ауылында йәшәгәндә, атаһы Әшә ҡалаһындағы быйма баҫыу цехына эшкә урынлашҡас, ғаилә ағзалары ла ошо шөғөлдө өйҙә башҡарырға өйрәнә. ”18 йәшемдә эшкә үҙаллы тотондом, өйҙә кейә торған йомшаҡ аяҡ кейемдәрен, быймаларҙы социаль селтәрҙәр аша һатырға өйрәндем. Нисә пар быйма баҫҡанмындыр, һис тә хәтерләмәйем. Улар йылы ғына түгел, ә бик матур һәм ҡупшылар,” - ти эшҡыуар.
Альбинаның өйөндә йөҙәр пар әҙер продукция бар. “Иң яҡшы быймалар һарыҡ йөнөнән әүәләнә, уларҙың сифаты ла һәйбәт, ултырмай ҙа. Ҡышҡы аяҡ кейеме өсөн форма ролен ағас ҡалыптар үтәй. Мәҫәлән, бынау ҡалыпты оҫталар 1945 йылда эшләгән, ул быуындан-быуынға күсеп килә,” - ти Альбина. Сувенир быймаларҙы әүәләү өсөн оҫтаға бер сәғәт тә етә. Уның әйтеүенсә, быйма баҫырға өйрәнеү һәр кемдең ҡулынан килерлек шөғөл, бары теләк кенә булһын.
Фото:BashNews.
Читайте нас