Эшҡыуар
12 Ғинуар 2021, 12:15

Эшҡыуарҙарға – түбән ставкалы кредит

Әлегә тиклем льготалы заемдар буйынса ставка 8,5 процент самаһы ине.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа үҫеш өсөн льготалы кредиттар буйынса ставканы түбәнәйтәләр. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ошо туралағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Яңы ҡағиҙәләр буйынса, иң юғары ставка Үҙәк банктың 2,75 процентҡа арттырылған төп ставкаһынан ҙурыраҡ була алмай. Әле ул 4,25 процент тәшкил итә, тимәк, кредиттар йылына ете процентлыҡ (4,25 % + 2,75 %) ставка менән бирелергә тейеш. Әлегә тиклем льготалы заемдар буйынса ставка 8,5 процент самаһы ине. Бындай кредитты бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре генә түгел, һөнәри килемгә һалым түләгәндәр ҙә (үҙмәшғүлдәр) алырға хоҡуҡлы. Аҡсаны инвестиция маҡсатында, әйләнештәге капиталды рефинанслауға һәм тулыландырыуға тотонорға була. Заемды алыу өсөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың берҙәм реестрында теркәлергә кәрәк. Кредит ауыл хужалығы, сауҙа, эске туризм, ресторан бизнесы, фән һәм техника, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф, эшкәртеү сәнәғәте, көнкүреш хеҙмәттәре кеүек өҫтөнлөклө өлкәләрҙә эшләгәндәргә бирелә.
Бизнесты үҫтереүгә йүнәлтелгән был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: vk.com
Читайте нас