Эшҡыуар
26 Января 2021, 13:30

Ирәкташта ағас ҡырҡалар...

Ошо йәһәттәр республика Урман хужалығы министрлығы ла аңлатма бирҙе

Бер нисә көн элек йәмәғәтсе Рина Гринберг билдәле туристик маршрутта – Ирәкташта (Инзерские зубчатки) ағас ҡырҡыуҙары тураһында һөйләгәйне. Ул: “Кемгәлер, йыл һайын меңәрләгән туристарҙа аҡса эшләүгә ҡарағанда, 50 йылға бер ағасты ҡырҡыу һәм бүрәнәләй һатыу мөһим”, – тип белдерә.
Әлбиттә, билдәле Ирәкташта ағас ҡырҡыу тураһындағы хәбәр халыҡты битараф ҡалдырманы. Ошо йәһәттән республика Урман хужалығы министрлығы ла аңлатма бирҙе.
– Ағасты ҡырҡыу ҡануниәт нигеҙендә алып барыла, ниндәйҙер сикләүҙәр юҡ. Ҡуртымсылар йыл һайын 1700 гектарҙан ашыу майҙанда урманды тергеҙеү эштәре алып бара. Шулай уҡ был майҙандарҙа ла ағас ҡырҡылғандан һуң ҡырҡындыны таҙартып, киләһе йыл ағас ултыртыласаҡ, – тип аңлатма бирҙе БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Мәғлүм булыуынса, Белорет районындағы Ирәкташҡа урман ҡырҡыу эштәре ҡуртым килешеүенә ярашлы, “Өфө фанер комбинаты” мәнфәғәтендә алып барыла.

Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас