Эшҡыуар
1 Февраль 2021, 13:30

Пандемия уны ҡурҡытмаған

Шәхси эшҡыуар Диана Сәмиғуллина сауҙа өлкәһендә 12 йыл эшләй.

Шәхси эшҡыуар Диана Сәмиғуллина сауҙа өлкәһендә 12 йыл эшләй. Панедмия осорондағы ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, булдыҡлы ханым хеҙмәткәрҙәре һанын ҡыҫҡартмаған, эшен артабан да үҫтерергә ниәтләй.
– Ике магазиным бар. Хеҙмәткәрҙәр штаты тулыһынса тупланған. Гарантия фонды ярҙамында яңы сауҙа нөктәһен асырға, халыҡҡа эш урындары булдырырға ниәтләйем, – ти ул.
Эшҡыуар Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығының Төбәк гарантия фондына заем аҡсаһы йәлеп итеү маҡсатында мөрәжәғәт итә. Поручителлек рәүешендәге дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә өс миллион һумдан ашыу кредит ала. Уны яңы магазин өсөн сауҙа ҡорамалы һатып алыуға тотона.
Республиканың Төбәк гарантия фонды Рәсәй Президенты Владмир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә йүнселдәргә дәүләт поручиттелеге биреп, коммерция банктарынан кредит алырға ярҙам итә.
Фото: biznestur.bashkortostan.ru
Читайте нас