Эшҡыуар
5 Февраль 2021, 07:30

Октябрьскийҙа бишенсе офис асыла

Эшләп йөрөгән йүнселдәр дәүләт ярҙамына ғариза яҙа ала.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү“ милли проектының Башҡортостандағы өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе – “Минең бизнесым” үҙәге вәкиллектәре селтәрен үҫтереү. Был вәкиллектәр эшҡыуарҙарға бизнесты үҫтереү буйынса төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән йәмәғәт киңлектәрен тәшкил итә.
Бөгөн Октябрьский ҡалаһының Баҡса ҡулсаһы урамында “Минең бизнесым” үҙәгенең бишенсе офисы асыла. Эшҡыуарҙар, ҡала һәм күрше муниципалитеттар халҡы “берҙәм тәҙрә” тәртибендә үҙ эешеңде асыу, ойоштороу-хоҡуҡ формаһын һайлау, иҫәп асыу, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтте теркәү йәки шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлеү мәсьәләләре буйынса консультация алыу мөмкинлегенә эйә. Эшләп йөрөгән йүнселдәр дәүләт ярҙамына ғариза яҙа ала.
Хәтерегеҙҙәлер, Яңы йыл алдынан, 29 декабрҙә, “Минең бизнесым”дың дүртенсе офисы Күмертауҙа эшләй башлағайны.
Фото: biznestur.bashkortostan.ru
Читайте нас