Эшҡыуар
15 Февраль 2021, 08:58

Ишлеләге “Марьино”ны беләһегеҙме?

Санкт-Петербургта йәшәгән эшҡыуар тыуған ауылында ял базаһы төҙөгән.

“Бынан күп йылдар элек, был урындан сығып киткәндә, тыуған ерҙән көс алыу, уның саф һауаһын һулау, ҙур ҡаланың мәшәҡәттәренән ял итеү өсөн тағы һәм тағы әйләнеп ҡайтырға хыялландым. Йыл һайын, йәй еткәс, ошонда балаларҙы алып килдем, ә һуңынан – ейәндәрҙе, үҙемдең таныштарҙы һәм дуҫтарҙы. Хәҙер минең Көньяҡ Урал тәбиғәте менән яҡынданыраҡ танышырға, тау йылғаһы буйында урынлашҡан уңайлы, төҙөк йорттарҙа йәшәргә, һоҡланғыс урындар буйлап йәйәүләп һәм ат менән сәйәхәткә сығырға, урындағы халыҡтан экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек алырға теләгәндәрҙе саҡырыу мөмкинлегем бар, бының менән ауыл халҡына урындағы хужалыҡ тауарҙарын һатырға мөмкинлек тыуҙыра алам”, – тип үҙенең күптәнге хыялын нисек тормошҡа ашырғаны хаҡында бәйән итте Федор ФЕДОТОВ.


Юл төшкәндә Федор Яковлевич һөйләгән тарафтарҙа – һоҡланғыс тәбиғәтле Белорет районының Ишле ауылында булырға һәм илһөйәр яҡта­шым­дың ғәмәлдәре менән танышырға тура килде. Ысынлап та, ул бер шапырыныуһыҙ ғына, үҙенең хәләл көсө менән тапҡан аҡсаһын тыуған ауылына инвестиция булараҡ һалып, матур ял йорто – “Марьино” базаһын төҙөгән.
Ишле ауылында өс ағалы-ҡустылы – Федор, Василий һәм Сергей Федотовтар берҙәм булып, әсәләренең исеме менән аталған “Марьино” ял базаһын төҙөүҙе, камиллаштырыуҙы әле лә дауам итә. Иң өлкәндәре Федор Яковлевич йәш сағында уҡ ситкә сығып киткән – бөгөн ул Санкт-Петербургта йәшәй, “Терм” компанияһының генераль директоры. Ленинград өлкәһендә машина эшләү тармағында билдәлелек ҡаҙан­ған.
“Федор Яковлевичтың һө­нәри оҫталығы, вазифауи бурыстарын яуаплы башҡарыуы, маҡсатҡа ынтылыусанлығы һәм лидерлыҡ сифаттары һөҙөмтәһендә “Терм” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте ҙур уңыштарға өлгәште һәм машиналар эшләү баҙарында лайыҡлы урын алды”, – тип яҙа “Генеральный директор” журналы.
– Ауыл тормошо һүлпәнәйә төшә, эш юҡ, шуға ла өлкән ағайыбыҙ Федор тыуған төйәген үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә ҡарар итте. Әле ул етештереүҙән алған килеменең бер өлөшөн ауыл тормошон йәнләндереүгә һала. Заман шарттарына яуап биргән ял йорто төҙөһәк, ауылдың һәм республиканың данын артты­рыу­ға өлөш индерәсәкбеҙ. Ял итергә килгән туристар урын­дағы халыҡ етештергән аҙыҡ-түлекте һатып алһа, ауыл­даштарыбыҙға ярҙам да була­саҡ, – ти Сергей Яковлевич.
Федор Яковлевич матди ярҙам күрһәтһә, ә ауылда йәшәгән уртансылары Василий Яковлевич ял базаһын төҙөү эшен ойоштороуҙы нигеҙенән башлап үҙ иңенә алған. Ул бында ҡағылған һәр бер сөйҙө белә тип әйтһәк тә, хата булмаҫ. Уңған хужа үҙенең шәхси хужалығында йылҡы үрсетә, һыйыр аҫрай. “Алтын ҡуллы”, – ти уның хаҡында туғандары.
“Марьино” ял базаһын 2014 йылда төҙөй башлағандар. Туристарҙы ҡабул итә баш­лағас, бында Мостай Кәримдең “Һеңлекәш” фильмын төшөргән ижади төркөм йәшәй. Былтыр “Төнгө бүреләр” етәксеһе Александр Залдостанов килеп, аллеяға ағастар ултыртып киткән. Шулай уҡ Өфө, Магнитогорск, Силәбе, Воронеж, Екатеринбург, Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҡалаларҙан да ғаиләләре менән ял итергә киләләр.
Базала ике кеше өсөн уңайлы ике кемпинг ҡуйылған. Ике өй иһә ете-туғыҙ кешене ҡабул итә ала, ә ҙур йорт егерме кеше өсөн тәғәйенләнгән, унда шулай уҡ ҙур банкет залы ла бар. Ауыл халҡына ла туйҙар, юбилейҙар уҙғарырға рөхсәт итәләр.
– Беҙҙә туристарға буш ваҡыттарын файҙалы үткәреү өсөн төрлө саралар ҡаралған. Ауылдан гид урындағы музей­ҙы, тарихи урындарҙы, ҡая­ларҙы күрһәтә. Экскурсияларға йөрөтөү өсөн һигеҙ урынлыҡ “Volkswagen” автомобилебеҙ ҙә бар. Аттарҙа йөрөргә мөм­кин. Ҡыш ял итергә килгәндәр өсөн боҙҙа шыуыу өсөн каток эшләгәнбеҙ. Пневматик ҡорал­дан атыу өсөн тир, бильярд, өҫтәл теннисы, волейбол, футбол майҙансыҡтары ла бул­дырҙыҡ. Ҡыш рәхәтләнеп саң­ғыла йөрөргә мөмкин. Эргәлә генә таҙа йылға аға, ҡышын сумыу өсөн мәке уялар.
Базалағы һәр йортта уңай­лыҡтар ҡаралған: аш бүлмәһе, душ, бәҙрәф – бөтәһе лә эстә урынлашҡан. Теләгәндәр өсөн мунса ла әҙерләп ҡуябыҙ. Интернет та проблема түгел. Ял итеүселәр ашарға үҙҙәре әҙерләй ала, теләһәләр, тейешле документтары булған ашнаҡсыны саҡырабыҙ. Хеҙ­мәткәр Татьяна Ивановна һәр кемде ихлас ҡаршы ала, урынлашырға ярҙам итә, – ти Сергей Яковлевич.
Әйтергә кәрәк, Сергей Федотов – ялдағы хәрби летчик, 57 йәшенә тиклем хеҙмәт иткән. Хаҡлы ялға сыҡҡас, тынғыһыҙ Санкт-Петербург тормошон ҡалдырып, тыуған яғына ҡайтып йәшәп ята.
– Питерҙы һағынмайым, унда шау-шыулы тормош. Ә миңә һиллек кәрәк, шуға ла тәбиғәт беҙҙе тыныслан­дыр­ғанын яҡшы аңлайым. Балалар ҙа, ейән-ейәнсәрҙәр ҙә каникулды бында үткәрә, – ти Сергей Яковлевич.
Әйтергә кәрәк, әле күҙҙең яуын алып ултырған “Марьино” ял базаһы урынында элек леспромхоздың ташландыҡ базаһы булған. Яңы хужалар был ерҙе таҙартып, матур ял урыны иткән.
Белореттың матур тәбиғәте­нә һоҡланып, иң тыныс урын­дарының береһендә ял итергә һәм ҡунаҡсыл Федотовтарҙың тыуған ауылын күтәреүгә һал­ған хеҙмәт емешен күрергә теләһәгеҙ, һеҙ ҙә “Марьино” ял базаһына (Белорет райо­ны, Ишле ауылы, Яр буйы урамы, 68, телефон: 7 (351) 955-03-99) килә алаһығыҙ. Ҡунаҡсыл хужаларҙың ишеге һәр кемгә асыҡ!


Реклама.
Читайте нас