Мәләүез районындағы “Ағиҙел” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативының эшмәкәрлеге сәләмәт туҡланыу ризыҡтары етештереүгә ҡорола. Предприятие 20 төрлө он сығара, һуңғы ваҡытта арпа ҡәһүәһе, шулай уҡ шифалы тәм-том, ондан һәм киптерелгән емеш-еләктән тәбиғи пасталар етештереүҙе үҙләштерә.
Тиҙҙән продукция ассортименты йәнә киңәйәсәк, сөнки “Ағиҙел” шифалы тәмлекәстәр сығарыуға етди тотонмаҡсы. Был ризыҡтарҙың нигеҙен он һәм киптерелгән емеш-еләк, сәтләүек, кокос тәшкил итә, иң мөһиме – шәкәр бөтөнләй ҡушылмай.
Ризыҡты кооператив Мәләүез ҡалаһындағы экокибеттә һата. Яҡын киләсәктә уны республиканың башҡа ҡалаларындағы сауҙа нөктәләренә сығарырға ниәтләй.
Мәғлүм булыуынса, республика ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары һаны буйынса Рсәйҙә беренсе урынды биләй. Төбәктә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу быға ҙур этәргес бирә.
Фото: agriculture.bashkortostan.ru