Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республиканың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова ҙур доклад менән сығыш яһаны һәм төбәктә ошо тармаҡта башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.
Уның белдереүенсә, республикалағы һәр ун мең кешегә 302 эшҡыуар тура килә. Насар күрһәткестәр Салауат ҡалаһына (203 эшҡыуар), Яңауыл районына (187 эшҡыуар) һәм Мишкә районына (111 эшҡыуар) тура килә.
2020 йылда республикала йүнселдәргә күп төрлө ярҙам күрһәтелде. Римма Бойцова уларҙың төп йүнәлештәре тураһында һөйләне.
"Ярҙамдың муниципаль программалары саралары өсөн республика бюджетынан финанслау күләме өс тапҡырға артты. Был төбәктең 1300 предприятиеһына булышлыҡ итеү мөмкинлеге бирҙе. Уларҙың яртыһы самаһы - яңы асылған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ объекттары. Программаны тормошҡа ашырыу нигеҙендә 3,2 мең яңы эш урыны булдырылды, 8,5 меңе һаҡланып ҡалды. Республиканың консолидациялы бюджетына НДФЛ-дан 60 миллион һум самаһы аҡса килер тип көтөлә", – тине ул.
Былтыр Башҡортостанда ярҙам төрҙәрен киңәйтеүгә өлгәшелде. Мәҫәлән, эшҡыуарҙар ғаилә һәм социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү, ҡорамалдар һатып алыу, һанлы ҡушымталар эшләү, электрон коммерция өсөн субсидия алды.
Көрсөккә ҡаршы сараларға ярашлы, 296 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты 77,5 миллион һумлыҡ ярҙам алыуға өлгәште.
2020 йыл йомғаҡтары буйынса, дөйөм алғанда, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны кәмеһә лә, 17 районда, 2019 йыл менән сағыштырғанда, үҫеш күҙәтелгән. Иң яҡшы күрһәткестәргә был йәһәттән Федоровка (15,7 процентҡа үҫеш), Көйөргәҙе (5,6 процент), Өфө (5,4) һәм Ауырғазы (5,4 процент) райондары өлгәшкән. Ә бына Балаҡатай, Миәкә, Бүздәк, Стәрлебаш, Илеш райондарында, Ағиҙел ҡалаһында, киреһенсә, кәмеү бар.
Римма Бойцова белдереүенсә, республиканың туғыҙ районында глэмпингтар барлыҡҡа киләсәк. Уларҙы “Глэмпинг-академия” беренсе акселераторында уҡып сыҡҡан 16 эшҡыуар асасаҡ. Глэмпингтар Ғафури, Архангел, Өфө, Нуриман, Салауат, Ҡырмыҫҡалы, Баймаҡ, Дыуан һәм Шишмә райондарында урынлашасаҡ. Уларға “Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше һәм уға ярҙам итеү” дәүләт программаһына ярашлы булышлыҡ күрһәтеләсәк. Ике компания Ростуризмдың гранттарын алған да.