Әле Башҡортостан Республикаһынан һигеҙ предприятие ошо реестрға индерелгән. Улар – “Энергоинжиниринг”, “Туймазы ҡала электр селтәрҙәре”, “Проводоканал”, “Яңы Салауат ТЭЦ-ы”, “Учалы электр селтәрҙәре”, Балтас “Сельэнерго”, “АСТ” йәмғиәттәре һәм “Дүртөйлө электр һәм йылылыҡ селтәрҙәре” муниципаль унитар предприятиеһы. Программала ҡатнашҡан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары тауар һатып алғанда, эштәр башҡарғанда, хеҙмәт күрһәткәндә ошо предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итә ала.
Мәғлүм булыуынса, программа эшҡыуарҙарға финанс, мөлкәт, мәғлүмәт, маркетинг йәһәтенән ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелә.