Эшҡыуар
2 Март 2021, 13:15

“Артемида”ны әүҙем эш көтә

Йыл һайын предприятиела туғыҙ мең тоннанан ашыу һөт етештерелә.

Башҡортостанда йәнә бер предприятие Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусылар исемлеген тулыландырҙы.
Федераль компетенциялар үҙәге эксперттары был юлы “Артемида” һөтсөлөк фермаһында етештереү һөҙөмтәлелеген арттыра. Компания проектта өс йыл ҡатнашыу осоронда етештереүсәнлекте 30 процентҡа арттырырға ниәтләй.
“Артемида” тоҡомсолоҡ хужалығы һөт етештереү, тоҡомло мал үрсетеү менән шөғөлләнә. Әле фермала 2500 баштан ашыу мал, шул иҫәптән 1260 һауын һыйыры иҫәпләнә. Йыл һайын предприятиела туғыҙ мең тоннанан ашыу һөт етештерелә.
– Проектта ҡатнашыу беҙгә әллә ни ҙур матди сығымһыҙ продукцияның үҙҡиммәтен кәметеү, уны сығарыу күләмен арттырыу һәм яҡын киләсәктә рентабеллектең яңы кимәленә сығыу, эш хаҡын арттырыу мөмкинлеген бирәсәк, – тине “Артемида”ның директоры Евгений Пожидаев.
Әле фермала эш әүҙем бара. Киләһе ярты йылда һыйырҙарҙы һауыуға ҡарашты үҙгәртеү һәм ҡорамалдар эшенең һөҙөмтәлелелен арттырыу планлаштырыла.
Фото: ufavesti.ru
Читайте нас