Эшҡыуар
4 Март 2021, 12:00

Иң яҡшы проект өсөн – 300 мең һум!

Ғаризалар 7 мартҡа тиклем startup-tour.ru/contacts сайтында ҡабул ителә.

Донъялағы эпидемиологик хәлгә бәйле, Стартап-тур проектын виртуаль конференция рәүешендә үткәрергә ҡарар ителде. Быйыл ул Рәсәйҙең һигеҙ төбәген үҙенә йәлеп итә. Өфөлә Стартап-тур 22 мартта була. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы үткәрелә.
Ғаризалар 7 мартҡа тиклем startup-tour.ru/contacts сайтында ҡабул ителә. Стартап-тур нигеҙендә медициналағы һәм ауыл хужалығындағы биотехнологиялар, мәғлүмәт, энергетика һәм индустриаль технологиялар кеүек йүнәлештәр буйынса перспективалы проекттарҙы асыҡлауға йүнәлтелгән традицион конкурс уҙғарыла.
Финалсыларға быйыл Мәскәүҙә үткәрелгән Startup Village халыҡ-ара конференцияһында ҡатнашыуға саҡырыу ҡағыҙы ебәрелә, ә конкурста еңеүсегә үҙ идеяларын үҫтереүгә 300 мең һум аҡса һәм “Старт” акселерация программаһында ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә. Был программала ҡатнашып, проектыңды үҫтереүгә ике миллион һум аҡса алырға була.
Фото: biznestur.bashkortostan.ru
Читайте нас