Эшҡыуар
5 Март 2021, 08:12

Барыһы ла ҡулынан килә

Ир-егеттәр генә йөкмәрҙәй ауыр һәм яуаплы хеҙмәткә тотонорға нимә этәргән уны?

Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: уңған ҡатын-ҡыҙҙың йорто ла, ишек алды ла һәр саҡ бөхтә, йыйыштырыулы була. Ә бына күп фатирлы иллегә яҡын йортто һәм йорт ихатаһы майҙандарын ҡараулы, төҙөк һәм тәртиптә тотоу өсөн ниндәй тырышлыҡ кәрәк? “Фёдоровка йорто” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Альбина Насирова менән осрашҡанда ошо һорауға яуап табырға тырыштыҡ.


Предприятие Фёдоровка, Бала-Сытырман, Гончаровка ауылдарында дөйөм майҙаны 35,7 мең квадрат метр булған күп фатирлы йорттарҙы хеҙмәтләндерә. Торлаҡ фондына идара итеү менән бер рәттән, йорттарға ағымдағы ремонт эштәрен башҡаралар, йорт яны биләмәләрен, ба­лаларҙың уйын майҙансыҡтарын тәртиптә тоталар. Шулай уҡ сүп-сар кон­тейнерҙары урынлаштырылған майҙансыҡ­тарҙы таҙар­тыу ҙа уларҙың яуаплылығында. Предприятие хеҙмәтләндергән йорттарҙа 1400-гә яҡын кеше йәшәй. Тимәк, ошо ҡәҙәр халыҡтың тормош уңайлыҡтары предприятие хеҙмәт­кәрҙәренең көндәлек тынғыһыҙ хеҙмәтенә бәйле.
– Беҙ халыҡтың йәшәйеше өсөн бик тә әһәмиәтле, һәр кемгә кәрәкле эш башҡа­рабыҙ, сөнки уңайлы йәшәү мөхите тормош кимәленә, кешеләрҙең кәйефенә туранан-тура йоғонто яһай. Ең һыҙғанып эшләгәндә генә һөҙөмтәһе үҙеңде лә, халыҡты ла ҡыуандыра, – ти Альбина Рафаил ҡыҙы.

Бына ошоноң хаҡына ул ир-егеттәр генә йөкмәрҙәй ауыр һәм яуаплы хеҙмәткә тотонған да инде. Альбина Фёдоровка ауылында тыуып үҫкән. Бынан ун ике йыл элек торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында эш башлаған. Һуңғы тиҫтә йылға яҡыны – етәксе вазифала. Зифа буйы, йөҙ һәм күңел күркәмлеге менән үҙенә тартып торған нәзәкәтле йәш кенә ханымдың сәмлелегенә, саялығына, ойоштороу маһирлығына һоҡ­ланмау мөмкин түгел. Ул үҙенең күркәм сифаттары менән коллективҡа йән өрә, ти уның хаҡында хеҙмәттәштәре. Был һүҙҙәргә өҫтәп, Альбина Насирова етәкселегендәге тырыш коллектив өс ауыл халҡының тормошона йән өрә тиергә мөмкин. Бигерәк тә предприятие ҡарамағындағы күп фатирлы йорттарҙың үткән быуаттың 60-70-се йылдарында төҙөлгәнен иҫәпкә алғанда, уларҙы төҙөкләндереүгә, техник хеҙмәтләндереүгә айырыуса ҙур көс һәм сығымдар һалырға кәрәк.
Икенсенән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағына талаптар ҙа, контроль дә көсәйә. Шуға ла халыҡ менән кәңәшләшеп эшләргә, үҙ-ара яуаплылыҡты көсәйтергә тырышалар. Ремонт эштәрен планлаштырғанда халык фекерен асыҡлау айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки теге йәки был йорттағы пробле­маларҙы унда йәшәгәндәр бөтәһенән дә яҡшыраҡ белә. Халыҡ менән тығыҙ бәйләнеш үҙ-ара яуаплылыҡты көсәйтә, йәмғиәттең эшмәкәрлеген кешеләр өсөн асыҡ кимәлгә сығара. Бөгөнгө шарттарҙа был бигерәк тә әһәмиәтле.
Предприятие күп фатирлы йорттарҙы ремонтлау буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Уларҙың республика маҡсатлы программаларына ярашлы ғәмәлгә ашырылыуын да билдәләргә кәрәк. Әйтәйек, һуңғы осорҙа подъездарға яңы ишектәр ҡуйыу буйынса ҡоласлы эш башҡарғандар. Һөҙөм­тәлә күп йорттарҙың эстетик йөҙө күркәм­ләнгән, фатир хужаларына уңайлыҡтар артҡан, дөйөм йорт мөлкәтенең именлеге тәьмин ителгән. Был эш артабан да дауам итәсәк. Шулай уҡ йорттарҙы ремонтлау буйынса киләсәккә мөһим бурыстар билдә­ләнгән. Иң әһәмиәтлеһе шул, ремонт эштәре предприятиеның үҙ көсө менән һәм үҙҙәре эшләп тапҡан аҡсаға башҡарыла. Был йәһәттән мөмкинлектәрҙе тулыраҡ файҙа­ланыу, финанс хәлен ҡеүәтләү өсөн халыҡ­тан килгән заявкалар буйынса өҫтәмә хеҙмәт төрҙәре лә күрһәтәләр.
“Фёдоровка йорто” тынғыһыҙ хәстәр­лектәре һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәре булған, донъяға ҡот һәм йәм өҫтәгән бер ҙур йортто хәтерләтә. Ә Альбина Насирова ошо ҙур йорттоң тырыш, уңған, хәстәрлекле хужабикәһе ул. Йәш кенә булыуына ҡара­маҫтан, уның етәкселек тәжрибәһе, сәмле­леге һәм аҫыл заттарға хас ныҡышмалылығы иң ҡатмарлы проблемаларҙы ла хәл итеүгә булышлыҡ итә. Альбина Рафаил ҡыҙына ҡарап, гүзәл заттар ҙа булдыра, тип әйтке килә. Ғөмүмән, барыһы ла ҡулынан килә уның.
Фёдоровка районы.
Читайте нас