Эшҡыуар
5 Март 2021, 08:21

“Башнефть” тәбиғәтте һаҡлауға аҡса йәлләмәй

Ер ҡуйынынан нефть һәм газ сығарыу тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһамаһын өсөн тармаҡ предприятиелары тәбиғәтте һаҡлау сараларын башҡара һәм был эшкә ҙур аҡса һала. Былтыр “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы, мәҫәлән, үҙе эшләгән биләмәләрҙә тәбиғәтте һаҡлау проекттарына 5,6 миллиард һум тотонған. Был проекттар үткәргес торбаларҙың ышаныслылығын арттырыу, сәнәғәт ҡалдыҡтарын зыянһыҙ утилләштереү, эйәрсен нефть газын файҙалы тотоноу, ерҙәрҙе рекультивациялау, урмандарҙы тергеҙеү, ихтиофаунаны тулыландырыу кеүек маҡсаттарға хеҙмәт итә.

Ер ҡуйынынан нефть һәм газ сығарыу тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһамаһын өсөн тармаҡ предприятиелары тәбиғәтте һаҡлау сараларын башҡара һәм был эшкә ҙур аҡса һала. Былтыр “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы, мәҫәлән, үҙе эшләгән биләмәләрҙә тәбиғәтте һаҡлау проекттарына 5,6 миллиард һум тотонған. Был проекттар үткәргес торбаларҙың ышаныслылығын арттырыу, сәнәғәт ҡалдыҡтарын зыянһыҙ утилләштереү, эйәрсен нефть газын файҙалы тотоноу, ерҙәрҙе рекультивациялау, урмандарҙы тергеҙеү, ихтиофаунаны тулыландырыу кеүек маҡсаттарға хеҙмәт итә.


Билдәле булыуынса, “Башнефть” компанияһы “Роснефть” сос­тавына инә һәм төп компанияла ҡуйылған талаптарҙан тайпылмай. Киләсәк быуындар өсөн тирә-яҡ мөхитте һаҡлау “Роснефть” нефть компанияһында корпоратив мәҙә­ниәттең һәм эшмәкәрлектең айы­рыл­ғыһыҙ бер өлөшө булып тора. Компания тәбиғәткә кире йоғонтоно кәметеү һәм производствоның тирә-яҡ мөхиткә зыянһыҙлығын күтәреү буйынса алдынғы урын­дарға сығыу өсөн бөтәһен дә эшләй.


“Башнефть”тең нефть сығарыу буйынса төп эшмәкәрлеге Баш­ҡорт­останда бара. Үткәргес торба­ларҙың ышаныслылығын күтәреү программаһын планлы үҫтереү арҡаһында былтыр республикала торбаларҙың эштән сығыу осраҡ­тары элгәрге йылғынан 11 про­центҡа кәмегән. 309 километр оҙонлоғонда промысла үткәргес торбалары яңыға алмаштырылған.


“Башнефть” газ программаһын да уңышлы тормошҡа ашыра. Шуның һөҙөмтәһендә Башҡорт­останда эйәрсен нефть газын мәнфәғәтле ҡулланыу кимәле 96 процент (норматив – кәм тигәндә 95%) тәшкил итә, ә республикалағы иң ҙур Арлан ятҡылығында был күрһәткес 99 процентҡа еткән. 2020 йылда ошо программа сиктәрендә Дыуан районында электр стан­цияһы реконструкцияланған һәм файҙаланыуға тапшырылған. Һөҙөмтәлә йыл һайын 750 мең кубометр эйәрсен нефть газы халыҡҡа уңайлыҡтар арттырыу маҡсатына тотонола.


2020 йылда “Башнефть” 155 мең тоннанан ашыу нефтле ҡал­дыҡтарҙы эшкәрткән. Ҡалдыҡтарҙы утилләштереү махсуслаштырылған майҙансыҡтарҙа хәҙерге заман технологиялары ярҙамында баш­ҡа­рыла. Был технологияларҙың бөтә­һе лә дәүләт экологик экспер­тиза­һын үткән һәм тирә-яҡ мөхит өсөн иң хәүефһеҙ ысул тип табылған. Бынан тыш, “Башнефть” 2020 йылда Башҡортостандағы нефть сығарылған урындарҙағы 1500 гектарҙан ашыу ерҙәрҙе рекуль­тивациялаған.


Нефть эшкәртеү юҫығында “Баш­нефть” компанияһы 2020 йылда төп етештереү объекттарын модернизациялауҙы дауам итте. Былтыр октябрҙә Башҡортостан Республикаһы менән “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы араһында инвестицион килешеүгә ҡул ҡуйылғайны. Уға ярашлы, Өфө нефть эшкәртеү комплексында элементар көкөрт етештереү буйынса резерв технологик линияһын төҙөү ҡаралғайны. Объект файҙаланыуға тапшырылғас, “Башнефть-УНПЗ” комплексында көкөртлө-водородлы газды утилләштереү күләме арта­саҡ. Был зарарлы газ экологик стандарттарға яуап биргән юғары сифатлы Евро-5 мотор яғыулығын, шулай уҡ көкөрт һәм башҡа зарар­лы матдәләрҙән мөмкин булған тиклем таҙартылған Евро-6 яғыу­лығын етештергән саҡта бүленеп сыға.


2020 йылда “Башнефть” байтаҡ һандағы “йәшел” инициативалар менән сығыш яһаны. Улар Башҡортостан Республикаһында, Ненец һәм Ханты-Манси автономиялы округтарында һыу ресурстарын тергеҙеүгә, таҙартыуға, йәнләндереүгә йүнәлтелгән. Был төбәктәрҙең һыу объекттарына “Башнефть” хеҙмәткәрҙәре 1,2 мил­лиондан ашыу ҡиммәтле ба­лыҡ­тарҙың селбәрәләрен ебәрҙе, бөтәһе 5,5 квадрат километр май­ҙанда яр буйҙарын көнкүреш ҡал­дыҡ­тарынан, сүп-сарҙан таҙартты. Башҡортостан нефтселәре рес­публиканың бер нисә төбәгендә 60 гектар майҙанды йәшел­ләндерҙе, урмандарҙы тергеҙеү маҡсатында 240 меңдән ашыу шыршы һәм ҡарағай ултыртты.


Компанияның производство объекттары тирәләй экологик мониторингты даими ойоштороу һәм алып барыуға айырыуса ҙур иғтибар бүленә. 2020 йылда был биләмәләрҙә анализға пробалар алыу һаны 145 меңдән артып киткән һәм 2019 йыл менән сағыштырғанда 6 процентҡа күберәк булған. Һөҙөмтәле экологик контроль тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йүнәлешендә ихтимал булған хәүефтәр барлыҡҡа килеүен бермә-бер кәметә һәм иҫкәртә.


Белешмә:


“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы асыҡ ак­ционерҙар йәмғиәте – илдең нефть һәм газ тармағындағы бик әүәлдән эшләп килгән предприятиеларының береһе, ул нефть һәм газ сығарыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнә. “Башнефттең” төп активтары, шул иҫәптән нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы комплексы, Башҡортостан Республика­һында урынлашҡан.


Нефть һәм газ разведкалау һәм сығарыу шулай уҡ Ханты-Манси автономиялы округы – Югра, Ненец автономиялы округы, Ырымбур өлкәһе һәм Татарстан Республикаһы территорияларында ла тормошҡа ашырыла.
Читайте нас