Эшҡыуар
5 Март 2021, 10:28

“Күңел ятҡан эш ялҡытмай ул!”

Тап шулай ти әсәле-ҡыҙлы эшҡыуарҙар Азалия Вәлиева менән Гүзәл Кәримова.

Танылған йырсы, бер үк ваҡытта уңышлы эшҡыуар Азалия Вәлиеваның исеме күптәргә яҡшы таныш. Бөгөн ул тормош юлдашы Артур Кәримов менән үҙҙәре тыуып үҫкән Бөрйән районы халҡын ғына түгел, күрше-тирә райондарҙы ла сифатлы йорт йыһаздары менән тәьмин итә. Район үҙәге Иҫке Собханғолда “Хазина” тип аталған күркәм кафелары гөрләп эшләй.


Уларҙың ҡыҙы Гүзәл Кәримова ла – 21 генә йәшендә үҙ эшенә тотоноп, бөгөн аяғында ныҡлы баҫып торған йәш эшҡыуар. “Уңышҡа өлгәшеү өсөн ҙур тырышлыҡ кәрәк. Һәр уңыш артында әллә күпме мәшәҡәт, йоҡоһоҙ төн, алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт ята. Һөҙөмтә булһын тиһәгеҙ, ваҡыт ҡәҙерен белеү зарур”, – ти әсәле-ҡыҙлы эшҡы­уарҙар.
Бөгөн Кәримовтар барлығы ун кешегә эш урыны булдырған. “2014 йылда “Хазина” кафеһын асҡан саҡта эшкә алған ҡыҙҙарым менән әле булһа бер һүҙле, берҙәм коллектив булып эшләп киләбеҙ. Был да күп нәмә тураһында һөйләй, минеңсә”, – ти Азалия.
2007 йылда улар үҙҙәренең мебель магазинын асып ебәрә. Сауҙа нөктәһендә эш әкренләп алға китә, Азалия менән Артур Салауат, Өфө, Пенза ҡалаларынан тауар ташып, яҡташтарын сифатлы, матур йыһаздар менән тәьмин итергә тырыша. Әммә заказ менән килгән комплекттарҙың йә берәй өлөшө тулы булмай сыға, йә быялаһы ярылған. Шул саҡта йүнсел, ал­дынғы ҡарашлы ғаилә мебель цехы асырға ҡарар итә.
– Әлбиттә, башта ниндәйҙер ике­ләнеүҙәр булды, әммә тәүәккәл­ләп эшкә тотондоҡ һәм Бөрйәндә тәүге һәм берҙән-бер мебель цехы эшләп китте. Район хакимиәте субсидия менән ярҙам итте, ул суммаға кәрәкле ҡорамалдар, станоктар һатып алдыҡ. Бына шулай, оҫта ҡуллы егеттәребеҙ менән бергә уй-ниәтте тормошҡа ашырып, тыуған районыбыҙҙың халҡын матур ҙа, сифатлы ла йыһаз менән тәьмин итә башланыҡ, – ти Кәримовтар.
Заказдарҙың, мәҫәлән, кухня, йоҡо бүлмәһе, зал өсөн гарнитур кеүек әйберҙәрҙең дизайнын Азалия башлыса үҙе эшләй. Әлбиттә, хужаларҙың да теләге иҫәпкә алына. Хисле шиғырҙар яҙған, сәнғәтте яратҡан ханымға матурлыҡты тойоу, йәмле, уңайлы мөхит тыуҙы­рыу һәләте тәбиғәттән бирелгән. Үҙе лә донъяһын гөл кеүек итеп тотҡан уңған хужабикә, ир ҡатыны, һөйөклө әсә, өс бер туғаны өсөн атай һәм әсәйҙе алмаштырған терәк һәм таяныс ул.
Эшҡыуарлыҡ өлкәһе ни тиклем ауыр булмаһын, бар булмышы менән сәнғәткә ғашиҡ Азалия Вәлиева йырсы булараҡ үҫеүҙән дә туҡтамай. Йырҙары Башҡорт­остан, Татарстан радио һәм телеканалдарында яңғырай, абруйлы премияларға лайыҡ була, ә үҙе ижадташ дуҫтары менән республи­кабыҙҙың төрлө төбәктәренә, күрше өлкәләргә гастролдәргә йөрөп, зал тулы тамашасылар йыйып, концерттар ҡуя.
Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңа­йынан Урал аръяғы райондарында концерттары гөрләп үткән, әле уны һәм ижадташ дуҫтары – Таһир Әсәҙуллинды һәм Альбина Ғәйфул­линаны Салауат ҡалаһы, Мәләүез, Көйөргәҙе тарафтары көтә.
Быйылғы йылда Азалия Вә­лиева изге ниәтен тормошҡа ашырырға – баш ҡалабыҙ Өфөлә үҙенең ҙур концертын ойошторорға йыйына. 14 апрелдә үтәсәк тама­шаның шаулап-гөрләп үтәсәгенә шик юҡ, сөнки Азалия нимәгә тотонһа ла мотлаҡ аҙағына еткерә һәм һәр эште йөҙ процентҡа башҡара торған заттан. Хисле кеше булһа ла, тормоштағы ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмай ул. Ғәҙелһеҙлек, тупаҫлыҡ алдында, әлбиттә, күңеле сайпылып киткән саҡтары ла булалыр, әммә ул ваҡлыҡтарҙан өҫтөн булып, ҡаршылыҡтарҙы йылмайып еңеп, алға атлап өйрәнгән.
Ошо матур сифаттары ҡыҙы Гүзәлгә лә бирелгән. Ғаиләләге берҙән-бер бала булып, һөйөү-наҙға күмелеп үҫһә лә, бәләкәйҙән тырышлығы, үҙаллылығы, сәм­селлеге менән айырылып тора ул. Эшҡыуарлыҡтағы тәүге аҙымын аҙыҡ-түлектән башлап ебәргән, ә бөгөн инде сәнәғәт тауарҙары менән эш итеүҙе ҡулай күрә. Уның “Өс тин” тип аталған сауҙа нөк­тәһенән халыҡ өҙөлмәй, сөнки Гүзәл яҡташтарын хаҡы үтә ҡиммәт булмаған, әммә сифатлы әйберҙәр менән тәьмин итергә тырыша. Эшен ныҡ оҡшата, күптән инде “тимер атты” ауыҙлыҡлаған, та­уарға ла күберәк үҙе йөрөй, бик һирәк осраҡтарҙа атай-әсәйҙән ярҙам һорауы ихтимал. Тырыш ҡыҙ быйыл ситтән тороп Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетын тамамлай.
“Эшҡыуарлыҡ – бик ҡыҙыҡ донъя ул. Һин ниндәйҙер ҡалып­тарҙан азат кеүекһең, шул уҡ ваҡытта заман менән бергә ат­ларға, хатта унан саҡ ҡына алдараҡ барырға тейешһең. Әгәр үҙең кешегә асыҡ, яҡшы мөнәсәбәттә булһаң, изге күңелле кешеләр осрап, һәр яңы башланғысың өсөн юлдар асылып тора. Шул уҡ ваҡытта аҡса эшләү тәүмаҡсат булмаҫҡа тейеш, аҡсанан мө­һимерәк, изгерәк ҡиммәттәр барлығын, ғүмерҙең бер тапҡыр ғына бирелгән оло бүләк булыуын оноторға ярамай. Яратып, яратылып, йырлап, ваҡлыҡтарҙан өҫтөн булып, изгелектәр генә ҡылып йәшәһәк ине”, – ти әсәле-ҡыҙлы Азалия Вәлиева һәм Гүзәл Кәримова.


Бөрйән районы.
Читайте нас