Ҡатын-ҡыҙ яуламаған бейеклектәр ҡалмағандыр донъяла, хатта улар ир-егеттәр менән бер рәттән йыһанға ла оса. Әммә нәфис заттар өсөн төп ынтылыш нөктәһе матурлыҡ, нәзәкәтлек, гүзәллек булып ҡала. Шуғалыр ҙа улар бөҙрәханаға, матурлыҡ һәм кейем салондарына даими йөрөй, үҙҙәрен һәр саҡ тәртиптә, бөхтә тоторға ынтыла. Ә бына Белорет ҡалаһында йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың тағы ла бер яратҡан урыны бар, ул – ҡала үҙәгендә урынлашҡан “Гүзәл” туҡымалар салоны һәм ательеһы. Уның хужабикәһе Резеда Сайдарова иһә гүзәл заттар өсөн үҙе лә камиллыҡ өлгөһө булып тора. Был матур ханым – алсаҡлығы, ябайлығы, ярҙамсыллығы менән төбәктә абруй ҡаҙанған эшҡыуар.
Резеда Рәфҡәт ҡыҙы 1963 йылда Учалы районының Ҡобағош ауылында Сания Мәһәҙей ҡыҙы менән Рәфҡәт Ғәбделхаҡ улы Ҡауыевтарҙың ғаиләһендә беренсе бала булып тыуа. Әсәһе мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, һуңынан директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәр буйынса урынбаҫары, аҙаҡ директор вазифаһында эшләй, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе лә була. Атаһы ла яуаплы вазифаларҙы атҡара – бригадир, ауыл Советы рәйесе. Резеда Рәфҡәт ҡыҙы, ике ҡустыһы янында иркә, наҙлы бала булып үҫһә лә, ата-әсәһенән ошо лидерлыҡ, ойоштороусы сифаттарын үҙенә алып тәрбиәләнә. Был иһә уның алдағы яҙмышында хәл иткес роль уйнай.
Тыуған ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, Өфөгә 2-се педагогия училищеһында рәсем һәм һыҙма уҡытыусыһына уҡый. Ҡулына диплом алған йәш уҡытыусыны Белорет ҡалаһындағы 14-се мәктәпкә эшкә ебәрәләр, аҙаҡ иһә сәнғәт мәктәбендә балаларҙы һынлы сәнғәт серҙәренә өйрәтә. Кейәүгә сыға һәм ҡыҙҙары Гүзәл тыуа.
Шулай матур ғына донъя көтөп ятҡанда, уларҙың йортона оло ҡайғы килә – юрист булып эшләп йөрөгән тормош иптәше Иректең йөрәге туҡтай. Резеда Рәфҡәт ҡыҙы 29 йәшендә генә бер ҡосаҡ мәшәҡәттәре менән яңғыҙы тороп ҡала. Шул саҡта уның Өфөлә уҡығанда бер бүлмәлә дүрт йыл бергә йәшәгән иптәш ҡыҙы: “Һин былай йәшәй алмаясаҡһың”, – тип паспорт эшләтеп, уны Төркиәгә алып китә. Әхирәтенең кәңәшен тотоп, булған аҡсаһына электр приборҙар һатып алып, сит илгә юллана.
Тәү барғанда тауарҙы һатыу, ул аҡсаға балаҫ, диван япҡысы кеүек әйберҙәр алыуҙы әхирәте тулыһынса үҙе ойоштора, ә артып ҡалған 50 долларҙы Резеда Рәфҡәт ҡыҙына ваҡ-төйәк алырға ҡалдыра. Ҡатын ҡыҙына бүләк алмаҡсы итә, тик аҡсаны баҙарҙа бер кем дә алмай, шунда уҡ баш тарталар. Шулай ҡаңғырып йөрөгәндә рус телен белгән һатыусы егет: “Был доллар йыртыҡ, уны бер кем дә алмаясаҡ”, – тип хәлде аңлатып бирә. Шулай итеп, Резеда Рәфҡәт ҡыҙы әлеге магазиндың хужаһы Энгин менән таныша. Төрөк егете иһә башҡорт ҡыҙына бер күреүҙән ғашиҡ була. Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң ул йылы Төркиәне һыуыҡ Рәсәйгә алыштырып, Башҡортостанға йәшәргә күсеп килә. Шулай итеп, уларҙың бергә булыуҙарына – 25 йыл.
Әлбиттә, уҡытыусы кешегә тынғыһыҙ сауҙагәр эше еңел бирелмәй, был кәсеп уға тормош рәүешен тулыһынса үҙгәртергә, ныҡышлыҡҡа һәм сыҙамлыҡҡа өйрәтә. Тәүге биш йылда тышта һатыу итә, минус 40 градуслы сатлама һыуыҡтарҙа ла эшләргә тура килә. “Ҡайһы бер саҡта туҡыманы ҡайсы менән ҡырҡып булмай ине”, – тип ул өшөп-туңып һатыу иткән саҡтарын иҫләп ала. Бер аҙ аяҡҡа баҫҡас, ҡуртымға бина ала. Тәүге магазинды Учалы ҡалаһында аса, сөнки учалылар үҙҙәре, сауҙа нөктәһе кәрәк, тип хеҙмәттәшлеккә саҡыра. 1997 йылда Белорет ҡалаһында бер-бер артлы ике магазин аса.
“Ул ваҡытта бөтөн әйбергә ҡытлыҡ булды. Һөнәрем буйынса рәссам булғас, гүзәллеккә ынтылған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн туҡымалар, фурнитура, ҡул эштәре өсөн кәрәк-яраҡ, тәҙрә япмалары һата башланым. Ҡытайҙа, Япония, Кореяла, Һиндостанда, Төркиәлә етештерелгән туҡымаларҙы тәҡдим итәбеҙ”, – ти эшҡыуар. Әйткәндәй, уның магазинында меңдән ашыу төрҙәге туҡыма бар.
Бер мәл, сит илгә осорға йыйынған саҡта, Резеда Рәфҡәт ҡыҙы Өфө халыҡ-ара аэропортында манекенға кейҙерелгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли кейеменә һәм уның хаҡына иғтибар итә. “Беҙҙең теккән милли күлдәктәр кәмендә ике тапҡыр арзан һәм кеше алырлыҡ булырға тейеш”, – тип ул ныҡлы ҡарарға килә һәм киң ҡатлам ҡулланыусылар өсөн милли кейем тегеүҙе яйға һала.
Әлбиттә, Резеда Сайдарованың ательеһында сифатлы кейемдәр тегелеүе тураһында хәбәр тиҙ тарала. Белорет, Бөрйән, Әбйәлил, Учалы райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан заказдар бирә башлайҙар. Эшҡыуар Сибай дәүләт башҡорт драма театры ойошторған тендерҙа еңеп сыға, һәм улар “Башмағым” спектакле өсөн кейем тегә. Сибайҙарға уның менән хеҙмәттәшлек итеү оҡшай, шуға ла улар “Күк томандар артында” спектаклендәге ҡайһы бер ролдәр өсөн кейемдәргә лә заказ бирә. Магнитогорск ҡалаһындағы Халыҡтар дуҫлығы йорто артистарының сәхнә кейемдәре лә – “Гүзәл” ательеһы оҫтабикәләренең хеҙмәт емеше. Эшҡыуар ҡалала тәүгеләрҙән булып ламбрекендар, тәҙрә пәрҙәләре, сәхнә кейеме тегә башлай. Күрше райондарҙың мәҙәниәт усаҡтары ла сәхнә кейемдәренә бында заказ бирә. Камзул, елән, сигелгән алъяпҡыс һәм башҡа милли йүнәлештәге кейемдәрҙе шәхси заказ буйынса ла тегәләр, шуға ла ауылдарҙан һәүәҫкәр артистар ҙа уларға мөрәжәғәт итә.
Резеда Сайдарова бағыусылыҡ эшен дә алып бара. “Эшҡыуар килеменең бер өлөшөн мәрхәмәтлеккә бүлергә тейеш”, – тип иҫәпләй ул. Мәҫәлән, былтыр Белорет медицина колледжының башҡорт бейеү ансамбле өсөн сәхнә костюмы тектергән. Ҡаланың ҙур мәсетенә тәҙрә ҡорғандары бүләк иткән. Шулай уҡ инде дүрт йылдан ашыу мәсет өсөн электр утына үҙе түләп тора. Медицина колледжы студенттарын концерттарға, киноларға йөрөтә. Былтыр 25 төп шыршыны 14 мең һумға һатып алып, үҫентеләрҙе студенттар менән мәсет ихатаһына ултыртҡандар. Бер нисә оло йәштәге ауылдашына “Урал” гәзитен яҙҙыра. Белорет ҡалаһындағы Яныбай Хамматов исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында яҡшы уҡыған һәм әүҙем уҡыусылар өсөн махсус стипендия булдырған. Балалар йорттары, инвалидтар ойошмалары ярҙам һорап уға мөрәжәғәт итә. Ошо изге ғәмәлдәре өсөн уны 2019 йылда Өфөлә үткән V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайлайҙар. Былтыр Сибай дәүләт башҡорт драма теарына тағы ла аҡсалата ярҙам күрһәткән.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошта мохтаждар күп, мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышам. Бынан тыш миндә 12 кеше эшләй. Уларға хеҙмәт хаҡы түләргә лә кәрәк. Кешене эшһеҙ ҡалдырып булмай, һәр кеменең кредиты, ипотекаһы бар. Улар менән бер ғаилә кеүек йәшәйбеҙ. Миндә 15 йыл эшләгән тегенселәр, һатыусылар бар. Коллектив тотороҡло. Кешелә аҡса булһа – беҙ эшләйбеҙ, әгәр булмаһа, беҙ ҙә буш ултырасаҡбыҙ. Шуға ла ҡулланыусылар өсөн төрлө яңы тәҡдимдәр уйлап сығарырға тырышабыҙ. Беҙҙең эштә иң тәүҙә сифат булырға тейеш, шул саҡта ғына тауар үтә. Салонда милли күлдәктәр һәр саҡ һатыуҙа бар, йәнең теләгән төҫтәгеһен һайлап алырға була. Әйткәндәй, былтыр беҙ башҡорт теле уҡытыусылары өсөн милли биҙәкле кейем тектек. Әле лә ошо йүнәлештә заказдар ҡабул итәбеҙ, – ти Резеда Рәфҡәт ҡыҙы.
Ысынлап та, уның тырыш хеҙмәте бушҡа булмай, бөгөн ул – аяғында ныҡлы баҫып торған замана ҡатын-ҡыҙы. Ҡыҙы Гүзәл инглиз, төрөк телдәрен яҡшы белә, әле әсәһенә ғаилә бизнесын алып барыуҙа ярҙам итә. Әйткәндәй, ул Резеда ханымға Аиша, Сафия исемле ейәнсәрҙәр бүләк иткән.
Резеда Сайдарованың изгелектәре тураһында әллә күпме яҙырға була. Уның милли рухлы, сәмле һәм намыҫсан булыуы һәр саҡ һоҡланыу тыуҙыра. Уның кеүек көслө, изге йөрәкле һәм киң күңелле, эшлекле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары арабыҙҙа тағы ла күберәк булһын, нәҡ уларҙың изге ғәмәлдәре тормошобоҙға нур тарата.