Эшҡыуар
5 Март 2021, 10:32

Уңыш тәүәккәлдәрҙе үҙ итә

Беҙ бөгөн иҫ киткес ҙур мөмкинлектәр заманында йәшәйбеҙ. Быны айырыуса йәшерәк быуын яҡшы аңлай һәм шуның менән файҙалана белә. Үҙеңде яңы өлкәлә һынап ҡарағың киләме, шәхси эшеңде асырға теләгең бармы, уҡып, нимәгәлер өйрәнергә ниәтләнеңме – рәхим ит, күп йәһәттән юлдар асыҡ. Бары тик тырыш, тәүәккәл, аныҡ маҡсатлы булыуың һәм тәүге һынауҙар алдында ҡаушап ҡалмауың ғына шарт.

Беҙ бөгөн иҫ киткес ҙур мөмкинлектәр заманында йәшәйбеҙ. Быны айырыуса йәшерәк быуын яҡшы аңлай һәм шуның менән файҙалана белә. Үҙеңде яңы өлкәлә һынап ҡарағың киләме, шәхси эшеңде асырға теләгең бармы, уҡып, нимәгәлер өйрәнергә ниәтләнеңме – рәхим ит, күп йәһәттән юлдар асыҡ. Бары тик тырыш, тәүәккәл, аныҡ маҡсатлы булыуың һәм тәүге һынауҙар алдында ҡаушап ҡалмауың ғына шарт.


Альбина Исмәғилеваның тормошо үҙенә күрә уңайлы ғына ҡалыпҡа һалынып, дауам иткән була. Нефтекама ҡалаһында дипломына ярашлы һөнәре буйынса бухгалтер булып эшләп йөрөй, кискеһен ашҡынып ҡайтыр өйө, тормошоноң мәғәнәһе һәм йәме булған ғаиләһе бар. Тик көн һайын йәшәгән ере Яңауыл менән Нефтекама араһын машинала йөрөү генә мәшәҡәтлерәк тойола.


2019 йылда бәләкәс улы Арсланды табып, декрет ялында ултырған мәлен­дә, ошо хаҡта тағы ла нығыраҡ уйлана башлай Альбина һәм үҙ эшен асырға теләге булыуы хаҡында тормош иптәше Маратҡа әйтә. Ул ҡатынының ниәтен хуплай һәм Исмәғилевтәр Яңауылда “Бәләкәй пекарня” тип аталған ҡамыр ризыҡтары әҙерләү һәм һатыу нөктәһе асып ебәрә. Улар тәҡдим иткән икмәк-булка изделиеларын, бөйөрөктәрҙе, татлы һәм итле бәлештәрҙе халыҡ бик тиҙ үҙ итә. Ҡаланың икенсе өлөшөндә тағы бер сауҙа нөктәһе булдыралар.


Бөгөн улар алты кешене эш урыны менән тәьмин иткән. Ҡамыр ризыҡтары бешереүсе Гөлсәсәк Ғарифйәнова менән Зинфира Минишинаның, һа­тыусы Гөлгөнә Тимершинаның эшенән бик ҡәнәғәт Альбина Әхнәф ҡыҙы. Уңған, заман менән бергә атлаған эшҡыуар ханым ассортиментты байытыу өҫтөндә лә даими эшләй.


Өсмөйөш, бөйөрөк, гөбәҙиә кеүек башҡорт, татар халҡының милли ризыҡтарынан тыш, көнсығыш кухняһына ҡараған тәғәм­дәрҙе лә тәҡдим итәләр. Халыҡтан заказ алып, ғаилә байрамдарына, дини мәжлестәргә торттар, татлы бәлештәр әҙерләйҙәр. Һатып алыусылар Исмәғи­левтәрҙең пекарняһында бешерелгән итле бәлештәрҙе лә яратып өлгөргән. Итте улар тик ауылдан, ышаныслы хеҙмәттәшлек иткән кешеләрҙән, фермерҙарҙан һатып ала. Ит продук­цияһы тулыһынса тикшереү үткәндән һуң ғына ҡулланыла.


Яңауылдар Альбина Әхнәф ҡыҙы­ның пекарняһында бешкән икмәкте айырыуса үҙ итә. Бигерәк тә “Ауылса” һәм әсеткеһеҙ икмәк ҙур һорау менән файҙалана. Һәр саҡ яңылыҡҡа ынтыл­ған, аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәгән эшҡыуар ханым һуңғы йылдарҙа күптәрҙең әсеткеһеҙ бешерелгән әпәкәйгә өҫтөнлөк биреүен иҫәпкә алып, ошо йүнәлештә белемен камиллаш­тырырға ҡарар итә – Мәскәүҙә махсус курстарҙа уҡып ҡайта һәм яҡташтарын яңы төр продукция менән ҡыуандыра.


Исмәғилевтәрҙең татыу ғаиләһендә өс бала үҫә. Өлкәндәре ҡул араһына инеп, атай-әсәйгә ярҙамсыға әйләнгән, Айнур – VII, Амалия II класта уҡый. Өйҙөң йәме булып үҫеп килгән Арсланға әлегә ике генә йәш. Альбинаның тормош юлдашы Марат – уға һәр яҡлап терәк һәм таяныс. Бер төптән егелеп, бер уйлы, уртаҡ маҡсатлы булмаһаң, бизнесты алға ебәреп булмаҫын яҡшы аңлай эшһөйәр ғаилә.


Тәүәккәлләгән – таш ярған, ти халыҡ аҡылы. Көн һайын ике ҡала араһында юл йөрөү мәшәҡәттәренән арыныу өсөн үҙ эшен асырға йөрьәт итеүенә Альбина Әхнәф ҡыҙы һис тә үкенмәй. Әлбиттә, эшҡыуарлыҡ та еңел өлкә түгел, әммә ул күңеленә ятҡан эште башҡарыуҙан, көн һайын яңылыҡҡа ынтылып йә­шәүҙән йәм таба.
Читайте нас