Башҡортостан бизнесмендарының 82 проценты бер тапҡыр булһа ла үҙ муниципалитетының бизнес-шерифына мөрәжәғәт итеп, эшҡыуарлыҡҡа бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам һораған. Был турала бөгөн Башҡортостанда инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ климатын яҡшыртыу буйынса Проект офисы ултырышында республикала эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин һөйләне.
Иҡтисади үҫеш һәм инновация сәйәсәте министрлығы ойошторған сара Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин рәйеслегендә үтте.
Бизнес-омбудсмен аппараты Башҡортостандың мең кешеһе араһында һораулама уҙғарып, уларҙың район-ҡалалар бизнес-шерифтары менән хеҙмәттәшлек итеүе тураһында белешкән. Ҡатнашҡандарҙың 65 проценты билдәләүенсә, уларҙың мәсьәләһе мөрәжәғәттән һуң ыңғай хәл ителгән. Ун процентының иһә проблемаһы өлөшләтә яйға һалынған йәки ҡарау процесы дауам итә. Күпселек осраҡта мәсьәлә тиҙ арала хәл ителгән. Эшҡыуарҙарҙың 4,5 проценты ғына был процестың артыҡ һуҙылғаны тураһында белдергән.
Эшҡыуарҙарҙың 46 проценты - республикала инвестиция проектын тормошҡа ашырыу еңел, 16 проценты - ауыр, 19 проценты бының өсөн муниципалитетта танышлыҡ кәрәк тип иҫәпләй. Һәм ни бары алты проценты ғына, был мөмкин түгел, тип яуап биргән.
Респонденттарҙың 72,7 проценты муниципалитетта инвестиция климаты яҡшы тип иҫәпләй. Шарттар ауыр тип 10,2 процент эшҡыуар яуап биргән.
Һорауламала бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарының бизнесҡа ярҙам төрҙәре тураһында беләләрме, юҡмы икәнлеген дә белешкәндәр. Респонденттарҙың 66,7 проценты был турала белә, 22,2 проценты – өлөшләтә ишеткән, 11 проценты бөтөнләй белмәй булып сыҡҡан.
Һорау алған кешеләрҙең 44,6 проценты дәүләттән финанс ярҙамы алған, 27,5 процент быны эшләй алмаған, 28 проценты бөтөнләй ярҙам һорап мөрәжәғәт итмәгән.
Һораулама йомғаҡтары буйынса иң яҡшы муниципалитеттар асыҡланған: Бөрө, Йәрмәкәй, Стәрлебаш, Ҡариҙел, Дүртөйлө, Шишмә, Благовещен, Ғафури, Ҡыйғы райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы. Артта ҡалған ун район иҫәбендә - Бөрйән, Әбйәлил, Бәләбәй, Туймазы, Белорет, Шаран, Благовар райондары, Өфө, Сибай, Салауат ҡалалары.
“Дөйөм алғанда, анкета үткәреү йомғаҡтары эшҡыуарлыҡ мөхитендә бизнес-шерифтар институтының кәрәклеген күрһәтә һәм башлыса ыңғай баһалана, - тине Флүр Әсәҙуллин. – Бындай һорауламалар йыл һайын үткәреләсәк".
Хакимиәт башлыҡтары бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һәм инвесторҙар менән хеҙмәттәшлекте әүҙемләштерәсәген белдерҙе, мәғлүмәт асыҡлығы варианттарын тикшерҙе.
“Алынған һөҙөмтәләр өмөтләндерә, тимәк, бизнес-шерифтар институты һөҙөмтәле. "Ҡыҙыл зона"ла ҡалғандарҙың иғтибарын йәлеп иткем килә, хаталарҙы төҙәтергә кәрәк. Шулай уҡ муниципалитеттарҙан мәғлүмәт менән эшләүҙең заманса алымдарын әүҙем файҙаланырға саҡырам, эшҡыуарҙар барлыҡ мөмкинлектәр тураһында тиҙ арала белергә тейеш”, - тине Александр Сидякин.